Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәренең күп балалы ғаиләләренә ярҙам итеү ведомство эшендә мөһим йүнәлеш булып тора. Балалар – бәхет, ә күп балалы ғаилә – ул бәхет кенә түгел, ә ҙур хеҙмәт. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Абҙаҡ ауылы янғын һүндереү бүлеге начальнигы Азамат Нәбиуллин үҙенең подразделениеһында эшләгән ошондай бәхетле ғаиләләргә барып, Күп балалы ғаилә көнө менән ҡотланы. Бүләк алыусылар араһында туғыҙ бала тәрбиәләгән хеҙмәткәр Ринат Нуриман улы Дауытов, дүрт бала аталары бүлексә командиры Йәлил Таһир улы Хәйретдинов, бүлексә командиры Руслан Ҡыуат улы Мөхәмәтдинов, бүлексә командиры Ринат Әхмәтйән улын Ҡаиров, өс бала тәрбиәләгән ғаиләләр – янғын һүндереүсе водитель Ирек Сәйфетдин улы Әхмәҙин, янғын һүндереүсе водитель Ринат Әббәс улы Бичурин, янғын һүндереүсе Алмас Әхәт улы Мөхәмәтйәновтың ғаиләләре бар ине. Азамат Нәбиуллин уларға ата-әсә бурысына тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерҙе һәм иҫтәлекле бүләктәр
Күп балалы янғын һүндереүселәрҙең ғаиләләрен ҡотланылар
25 декабря 202525 дек 2025
1
1 мин