Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы төндә термометр бағаналарының аяҙайтҡанда 32-36 градусҡаса түбәнәйеүе ихтимал. Көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы, һауа температураһының ҡырҡа үҙгәреүе һөҙөмтәһендә юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ошоға бәйле водителдәргә һәм йәйәүлеләргә иғтибарлы булыу кәңәш ителә. Белгестәр һыуыҡтан һаҡланыу саралары тураһында онотмаҫҡа саҡыра.
Республикала көндәрҙең кинәт һыуытыуы, һауа температураһының 30 градустан түбән төшөүе көтөлә
24 декабря 202524 дек 2025
~1 мин