Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Аптырауға ҡалырлыҡ хәл бит – һарыҡтар һаны 960-тан ашҡан!

Бөрө районында Үзәт күлендә эштәр дауам итә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отрядының Өфө филиалы ҡотҡарыусылары Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары менән берлектә Үзәт күленән һәләк булған малдарҙы сығарыу буйынса ҡатмарлы һәм күләмле эште дауам итә. Бөгөнгә ҡарата һыу ятҡылығынан 960-тан ашыу баш күтәрелгән. Ҡотҡарыусылар эшенә аномаль һалҡын һауа торошо етди ҡамасаулай, ҡатмарлаштыра. Бөгөн, мәҫәлән, көслө һыуыҡтар арҡаһында водолаздарҙың һыуға төшөүен туҡтатырға тура килгән. Һыуға инеү өсөн белгестәр боҙ ҡатламын бензобысҡылар менән даими бысырға һәм уны ватырға мәжбүр. Эш ауыр шарттарҙа алып барыла, ҡотҡарыусылар уны тиҙ арала тамамлау өсөн бар көсөн һала. Был тиклем һарыҡтарҙың һыуға батыуы аптырауға ҡалдыра... Фото: @mchsrb Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.
Оглавление
    Аптырауға ҡалырлыҡ хәл бит – һарыҡтар һаны 960-тан ашҡан!
Аптырауға ҡалырлыҡ хәл бит – һарыҡтар һаны 960-тан ашҡан!

Аптырауға ҡалырлыҡ хәл бит – һарыҡтар һаны 960-тан ашҡан!

Ҡотҡарыусылар эшенә аномаль һалҡын һауа торошо етди ҡамасаулай.

Бөрө районында Үзәт күлендә эштәр дауам итә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отрядының Өфө филиалы ҡотҡарыусылары Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары менән берлектә Үзәт күленән һәләк булған малдарҙы сығарыу буйынса ҡатмарлы һәм күләмле эште дауам итә.

Бөгөнгә ҡарата һыу ятҡылығынан 960-тан ашыу баш күтәрелгән.

Ҡотҡарыусылар эшенә аномаль һалҡын һауа торошо етди ҡамасаулай, ҡатмарлаштыра.

Бөгөн, мәҫәлән, көслө һыуыҡтар арҡаһында водолаздарҙың һыуға төшөүен туҡтатырға тура килгән. Һыуға инеү өсөн белгестәр боҙ ҡатламын бензобысҡылар менән даими бысырға һәм уны ватырға мәжбүр. Эш ауыр шарттарҙа алып барыла, ҡотҡарыусылар уны тиҙ арала тамамлау өсөн бар көсөн һала.

Был тиклем һарыҡтарҙың һыуға батыуы аптырауға ҡалдыра...

Фото: @mchsrb

Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.