Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бәрелеш шул тиклем көслө булған...

Кисә Стәрлетамаҡ районында булған аварияла бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 23 декабрҙә киске сәғәт алтылар тирәһендә Стәрлетамаҡ – Раевка автомобиль юлының 36-сы километрында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 32 йәшлек водитель “Ниссан Кашкай” автомобилендә ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығып, унда “ГАЗ Некст” автомобиленә бәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә сит ил машинаһы водителе алған тән йәрәхәттәренән урында уҡ вафат була, уның 44 йәшлек пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Хөрмәтле водителдәр, әгәр һеҙ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәһәгеҙ, ошондай авариялар ҙа кәмер, аңһыҙ үлемдәр ҙә булмаҫ. Фото: @bash_gibdd. Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.
Оглавление
    Бәрелеш шул тиклем көслө булған...
Бәрелеш шул тиклем көслө булған...

Бәрелеш шул тиклем көслө булған...

Фажиғәле хәл Стәрлетамаҡ районында теркәлгән.

Кисә Стәрлетамаҡ районында булған аварияла бер кешенең ғүмере өҙөлгән.

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 23 декабрҙә киске сәғәт алтылар тирәһендә Стәрлетамаҡ – Раевка автомобиль юлының 36-сы километрында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 32 йәшлек водитель “Ниссан Кашкай” автомобилендә ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығып, унда “ГАЗ Некст” автомобиленә бәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә сит ил машинаһы водителе алған тән йәрәхәттәренән урында уҡ вафат була, уның 44 йәшлек пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.

Хөрмәтле водителдәр, әгәр һеҙ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәһәгеҙ, ошондай авариялар ҙа кәмер, аңһыҙ үлемдәр ҙә булмаҫ.

Фото: @bash_gibdd.

Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.