Найти в Дзене

Төп документ республиканың үҫешен билдәләй

Һәр дәүләттең бөтөнлөгөн һаҡлап торған төп документы була. Рәсәй ҡанаты аҫтына һыйынған Башҡортостан Республикаһының да үҫеш юлын күрһәткән Конституцияһы бар. Бынан 32 йыл элек, йәғни 1993 йылдың 24 декабрендә, Башҡортостандың Төп законы ҡабул ителә. Илебеҙ ауыр ваҡыттар кисергән осорҙа беҙҙең республика уны ҡабул итеп, илдәге федерализмды яҡлауға тәүгеләрҙән булып үҙ өлөшөн индерә. Башҡортостан Конституцияһы республика ҡоролошоноң фундаменталь принциптарын, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлығын, шулай уҡ төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлештәрен билдәләй. Ошо документ ярҙамында халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, йолаларын һәм телен һаҡлау, үҫтереү өсөн шарттар булдырылды. Конституция бөгөн дә республиканың дәүләт-хоҡуҡи, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫешенең төп нигеҙе булып ҡала. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең хоҡуҡи өлкәһендә ярайһы уҡ ҙур үҙгәрештәр булды. Уларҙың төп өлөшө конституцион реформа менән бәйле, ул илдең бөтә хоҡуҡи системаһын яңыртыуға, үҫтереүгә ҡеүәтле этергес булды. Һөҙөмтәлә
Оглавление
    Төп документ республиканың үҫешен билдәләй
Төп документ республиканың үҫешен билдәләй

Төп документ республиканың үҫешен билдәләй

Ул – тотороҡлолоҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ билдәһе

Һәр дәүләттең бөтөнлөгөн һаҡлап торған төп документы була. Рәсәй ҡанаты аҫтына һыйынған Башҡортостан Республикаһының да үҫеш юлын күрһәткән Конституцияһы бар. Бынан 32 йыл элек, йәғни 1993 йылдың 24 декабрендә, Башҡортостандың Төп законы ҡабул ителә. Илебеҙ ауыр ваҡыттар кисергән осорҙа беҙҙең республика уны ҡабул итеп, илдәге федерализмды яҡлауға тәүгеләрҙән булып үҙ өлөшөн индерә.

Башҡортостан Конституцияһы республика ҡоролошоноң фундаменталь принциптарын, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлығын, шулай уҡ төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлештәрен билдәләй. Ошо документ ярҙамында халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, йолаларын һәм телен һаҡлау, үҫтереү өсөн шарттар булдырылды.

Конституция бөгөн дә республиканың дәүләт-хоҡуҡи, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫешенең төп нигеҙе булып ҡала.

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең хоҡуҡи өлкәһендә ярайһы уҡ ҙур үҙгәрештәр булды. Уларҙың төп өлөшө конституцион реформа менән бәйле, ул илдең бөтә хоҡуҡи системаһын яңыртыуға, үҫтереүгә ҡеүәтле этергес булды. Һөҙөмтәлә 2021 йылдың октябрендә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр тураһында закон ҡабул ителә.

Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:

– Беҙ Конституциябыҙҙы Рәсәй Конституцияһына ярашлы итеп кенә үҙгәртмәнек, ә Республика ҡануниәтендә төбәктәге ижтимағи-сәйәси процестарға, республика үҫешенең тарихи, географик, этномәҙәни үҙенсәлектәренә ярашлы Яңыртылған Рәсәй Конституцияһы нормаларын ижади билдәләнек.

Бынан тыш, Яңыртылған Башҡортостан Конституцияһының айырым нормалары хоҡуҡи яңылыҡтар булып тора, уларҙың аналогтары республика ғына түгел, Рәсәй Конституцион хоҡуғында ла булмаған. Мәҫәлән, республика Конституцияһы хәҙер рухи, мәҙәни, тарихи һәм тәбиғи мираҫтың уникаль объекттарын дәүләт һаҡлауын күҙ уңында тота, улар араһында “Шүлгәнташ” тәбиғәт ҡурсаулығы, “Ирәмәл” тәбиғәт паркы, Ҡуштау, Торатау, Йөрәктау тауҙары һәм башҡа объекттар бар. Был Рәсәй тарихында аныҡ тәбиғәт объекттарын һаҡлау конституцион кимәлдә яҙылған беренсе осраҡ. Хатта халыҡ-ара хоҡуҡ өсөн дә был ғәҙәти булмаған күренеш.

Хәйҙәр ВӘЛИЕВ, Башҡортостан Республикаһының Конституция Советы рәйесе:

– 2020 йылда Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индерелгәндән һуң, республика Конституцияһы ла ярайһы уҡ камиллаштырыла һәм ил Конституцияһына ярашлы итеп килтерелә.Үҙгәрештәр граждандарҙың хеҙмәте, ғаилә һәм никах институты, халыҡтың һаулығын һаҡлау һәм нығытыу, белем алыу, тарихи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм яҡлау хоҡуҡтары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Башҡортостан Республикаһы Башлығының, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең, суд органдарының һәм урындағы үҙидара органдарының хоҡуҡтары һәм бурыстары тураһындағы положениеларға ҡағылды.

Башҡортостан Республикаһы конституцияһы төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше, уның хоҡуҡи нигеҙҙәрен нығытыу, граждандар йәмғиәте институттарын булдырыу, кеше хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары гарантияларын тормошҡа ашырыу өсөн ныҡлы нигеҙ булып тора. Ул күп милләтле республикабыҙ халыҡтарының рухи ҡиммәттәрен, мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе тәьмин итә. Тап Конституцияға ныҡлы таяныс киләсәккә ышаныслы ҡарарға, тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек бүләк итергә, заман талаптарына ҡаршы торорға ярҙам итергә мөмкинлек бирә. Конституция – илдә тотороҡлолоҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ билгеһе, дәүләттең демократик үҫешенең ҡаҡшамаҫ нигеҙе.

Фото сығанағы: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.