Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

‼Бөрйәндә бүре алған өсөн 2500-3000 һум аҡса түләйҙәр

Бөрйән районында бүреләрҙең кешеләрҙән ҡурҡмай ауылдарға инеүе ҙур хәүеф тыуҙыра. Мәҫәлән, һуңғы аҙнала Мәһәҙей ауылында йыртҡыстар бәйҙә торған этте ашап киткән. Ә көҙөн Кейекбай ауылы янында бүреләр өйөрөн күргәндәр. "Бөгөнгө көндә лә бүрегә бушлай рөхсәт ҡағыҙҙары бар. Уларҙың срогы 16 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем. Бирелгән ваҡыт аралығында һунарсылар бригадаһы төҙөп, ошо мөмкинлекте уңышлы ҡулланып ҡалыр кәрәк. Һәр ауылда ла һунарсылар бар, һеҙҙе әүҙемерәк бригадаға ҡушылырға саҡырам. Шулай уҡ районда алдан бүре аулап алған осраҡта 2000 һум күләмендә аҡсалата премия бирелгән булһа, бөгөнгө көндән бүре алған осраҡҡа премия 2500-3000 һум тәшкил итәсәк. Әлбиттә, документтарҙың теүәл булыуы мотлаҡ. Әйткәндәй, быйыл төлкө алғандарға 1000 һумлыҡ премия булдырылды", - тип яҙған Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Әйткәндәй, көҙгө осорҙа район һунарсылары 15 бүре алған.

‼Бөрйәндә бүре алған өсөн 2500-3000 һум аҡса түләйҙәр

Бөрйән районында бүреләрҙең кешеләрҙән ҡурҡмай ауылдарға инеүе ҙур хәүеф тыуҙыра. Мәҫәлән, һуңғы аҙнала Мәһәҙей ауылында йыртҡыстар бәйҙә торған этте ашап киткән. Ә көҙөн Кейекбай ауылы янында бүреләр өйөрөн күргәндәр.

"Бөгөнгө көндә лә бүрегә бушлай рөхсәт ҡағыҙҙары бар. Уларҙың срогы 16 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем. Бирелгән ваҡыт аралығында һунарсылар бригадаһы төҙөп, ошо мөмкинлекте уңышлы ҡулланып ҡалыр кәрәк. Һәр ауылда ла һунарсылар бар, һеҙҙе әүҙемерәк бригадаға ҡушылырға саҡырам.

Шулай уҡ районда алдан бүре аулап алған осраҡта 2000 һум күләмендә аҡсалата премия бирелгән булһа, бөгөнгө көндән бүре алған осраҡҡа премия 2500-3000 һум тәшкил итәсәк. Әлбиттә, документтарҙың теүәл булыуы мотлаҡ. Әйткәндәй, быйыл төлкө алғандарға 1000 һумлыҡ премия булдырылды", - тип яҙған Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Әйткәндәй, көҙгө осорҙа район һунарсылары 15 бүре алған.