Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы сит илгә тауарҙар ташыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн субсидиялар биреүгә конкурс буйынса һайлап алыуға йомғаҡ яһаны. Төбәктең 11 предприятиеһы «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә дөйөм күләме 10 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамын аласаҡ, тип хәбәр итә республиканың Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы. Сара урындағы етештереүселәрҙең конкурентлыҡ һәләтен көсәйтеүгә һәм тышҡы баҙарға сыҡҡанда уларҙың логистик сығымдарын кәметеүгә йүнәлтелгән.
— Транспорт сығымдарын субсидиялау - дәүләт ярҙамының һөҙөмтәле ҡоралы, ул компанияларға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына сығымдарҙы оптималләштерергә һәм донъя баҙарында отошло шарттар тәҡдим итергә мөмкинлек бирә. Беҙҙең өсөн сеймал булмаған экспортты үҫтереү өсөн тотороҡло шарттар булдырыу мөһим, һәм был программа ошо стратегик ма