Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы балалар дауаханаһына,”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы заманса ҡорамал алынды. Моторлаштырылған тренажер механотерапия өсөн файҙаланыла. Яңы ҡорамал неврология проблемаларына, имгәнеүҙәр эҙемтәләренә, быуын сирҙәренә, мускул хәлһеҙлегенә дусар кескәй пациенттар өсөн тәғәйенләнгән. Заманса ҡорамал табиптарҙың арсеналын байыта, хәрәкәт функцияларын тергеҙеүгә мохтаж балалар терапияһын тәьҫирлерәк итә. Алдынғы ысулдарҙы файҙаланыу тиҙерәк ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә һәм кескәй пациенттарға әүҙем тормошҡа ҡайтырға ярҙам итә. "Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һ