“Йәштәр һәм балалар” милли проектын (национальный проект “Молодежь и дети”) һәм “Өҫтөнлөк-2030” үҫеш программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡорт дәүләт медицина университетының Евразия фәнни-белем биреү үҙәге – Вуз-ара кампуста бәләкәй таргет молекулаларын эҙләү лабораторияһы ғалимдары яңы антидепрессант булдырыуға мөһим аҙым яһай, препаратты биологик моделдәрҙә һынау этабына күсә. Был хаҡта республиканың мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр. Медицина тикшеренеүселәре, депрессияға ҡаршы көрәштә яңы берләшмәләрҙең һөҙөмтәлелеген баһалау өсөн, сысҡандарҙың һәм балыҡтарҙың Danio rerio тәртибен күҙәтә. Улар балыҡтарҙа психотроп молекулаларҙың йоғонтоһон өйрәнә: аквариумға берләшмәләр эремәһе өҫтәйҙәр һәм һыу хайуандарының тәртибен күҙәтәләр. Әгәр балыҡтар ҡурҡыу һәм хәүеф кисерә икән, улар һыу төбөнә ята. Антидепрессант ыңғай тәьҫир иткәндә балыҡтар аквариумдың өҫкө өлөшөндә йөҙә. БДМУ химиктары элек булмаған һәм өйрәнелмәгән уникаль тиетанлы берләшмәләрҙе синтезлай. Был матдәләр струк