Белорет районының Бирҙеғол ауылында, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы медицина пункты 129 кешене хеҙмәтләндерәсәк, шул иҫәптән 17 баланы. Модулле ФАП тейешле ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Бында ҡабул итеү, процедура кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау бүлмәһе урынлаштырылған. Быға тиклем медицина пункты ауыл клубында эшләне, санитар талаптарға тулыһынса яуап бирмәне. Ауылдаштарҙың һаулығын фельдшер Елена Давыдова хәстәрләйәсәк. Ул – “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашыусы медицина хеҙмәткәре. Яңы ФАП та һанлы хеҙмәттәр күрһәтеләсәк, медицина ярҙамы сифаты күпкә яҡшырасаҡ. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың