Ҡырғыҙ-Миәкәлә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын астылар. Медицина ойошмаһы ультратауышлы сканер һәм феталь монитор менән тәьмин ителгән. Һөҙөмтәлә табиптар яралғы торошон күҙәтә, ҡан баҫымын үлсәй һәм электрокардиограммалар эшләй ала. Бынан тыш, ойошмала медицина-социаль һәм бала табыу алдынан психопрофилактик ярҙам кабинеттары йыһазландырылған. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы үҙәк район дауаханаһында асылды. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Ғаилә” (национальный проект “Семья”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Ошо хаҡта Миәкә районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр. “Районыбыҙҙағы барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн был консультацияның асылыуы ғына түгел, шулай уҡ күптәнге хыялдың тормошҡа ашырылыуы ла ул. Бында һәр ҡатын уңайлы, заманса шарттарҙа юғары квалификациялы медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә. Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге – абсолют өҫтөнлөк. Һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының асылыуы күп ғаиләләр өсөн стимул