Сит баланы ғаиләңә алып, уны тәрбиәләүгә бөтә күңел йылыңды, булмышыңды һалып, хәстәрлек менән тулған донъяны бүләк итеү һәр кемдең ҡулынан килмәй торған эш. Тап ошондай тәүәкәл аҙымға барған Гөлшат һәм Зәлир Шәмсетдиновтар Баҡалы районының Ҡамышлытамаҡ ауылында йәшәй. Ир менән ҡатын оҙаҡ үҙ балаларын табып үҫтереү хыялы менән йәшәй. Тик яҙмыш уларға бындай бәхеткә өлгәшергә мөмкинлек бирмәй. Әммә Шәмсетдиновтар төшөнкөлөккә бирелмәй, улар бөтә һөйөү һәм хәстәрлектәрен ғаилә йылыһына мохтаж балаларға йүнәлтә. Балаларҙы ғаиләгә тәрбиәгә алыусы ата-әсәләр мәктәбендә уҡығандан һуң 2015 йылда үҙҙәренең буласаҡ улдары менән танышалар. Һигеҙ йәшлек Никита һәм биш йәшлек Евгений тәү ҡараштан уҡ уларҙың иғтибарын яулай. Ғаилә башлығы Зәлир Мөәзип улы– ышаныслы һәм төплө аҡыллы, Себер тарафтарында нефть һәм газ тармағында оҙайлы хеҙмәттә сыныҡҡан, күпте күргән уҙаман. Уны ғаиләлә генә түгел, ауылда ла, коллективта ла хөрмәт итәләр. Ярҙамсыллығы, ғәҙеллеге менән ауылдаштары араһында абруй ҡаҙа