Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Луганск Халыҡ Республикаһы табиптары килде

18 – 23 декабрҙә Өфөлә Луганск Халыҡ Республикаһынан делегация булды. Красный Луч ҡалаһындағы Стоматология ҡала поликлиникаһының баш табибы Ольга Трофименко, Луганск Халыҡ Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш стоматологы, Луганск дәүләт медицина университетының терапия һәм балалар стоматологияһы кафедраһы доценты Нина Пиманова бар ине. Луганск Халыҡ Республикаһынан коллегалар балалар стоматологияһы хеҙмәтен ойштороу тәжрибәһе һәм мәсьәләләре тураһында һөйләшеү, “Донъя йылмайыуы” берҙәмлектәге проектты тормошҡа ашырыу өсөн килгәйне. Осрашыу барышында улар Өфөләге 3-сө Балалар стоматология поликлиникаһы базаһындағы Балалар стоматологияһы һәм ортодонтияһы үҙәгендә булды һәм поликлиника эше, һаҡсыл етештереү принциптары, маршрутлаштырыуҙы ойоштороу, балаларға ашығыс һәм планлы ярҙам күрһәтеү менән таныштылар. Бигерәк тә стоматологияла һанлаштырыу һәм табиптың автоматлаштырылған урынын ойоштороу тураһындағы мәсьәлә тураһында ҡыҙыу фекер алышыу булды. Киләсәктә хеҙмәттә
Оглавление
    Луганск Халыҡ Республикаһы табиптары килде
Луганск Халыҡ Республикаһы табиптары килде

Луганск Халыҡ Республикаһы табиптары килде

Табиптар балалар стоматологияһы хеҙмәтен ойоштороу тәжрибәһен өйрәнеү, “Донъя йылмайыуы” проектын тормошҡа ашырыу өсөн килгәйне

18 – 23 декабрҙә Өфөлә Луганск Халыҡ Республикаһынан делегация булды. Красный Луч ҡалаһындағы Стоматология ҡала поликлиникаһының баш табибы Ольга Трофименко, Луганск Халыҡ Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш стоматологы, Луганск дәүләт медицина университетының терапия һәм балалар стоматологияһы кафедраһы доценты Нина Пиманова бар ине.

Луганск Халыҡ Республикаһынан коллегалар балалар стоматологияһы хеҙмәтен ойштороу тәжрибәһе һәм мәсьәләләре тураһында һөйләшеү, “Донъя йылмайыуы” берҙәмлектәге проектты тормошҡа ашырыу өсөн килгәйне.

Осрашыу барышында улар Өфөләге 3-сө Балалар стоматология поликлиникаһы базаһындағы Балалар стоматологияһы һәм ортодонтияһы үҙәгендә булды һәм поликлиника эше, һаҡсыл етештереү принциптары, маршрутлаштырыуҙы ойоштороу, балаларға ашығыс һәм планлы ярҙам күрһәтеү менән таныштылар. Бигерәк тә стоматологияла һанлаштырыу һәм табиптың автоматлаштырылған урынын ойоштороу тураһындағы мәсьәлә тураһында ҡыҙыу фекер алышыу булды.

Киләсәктә хеҙмәттәшлек итеү, “Донъя йылмайыуы” проектын дауам итеү, шулай уҡ Өфөләге 3-сө Балалар стоматология поликлиникаһының баш табибы, Волга буйы федераль округындағы һәм Башҡортостандағы баш штаттан тыш балалар белгесе, стоматолог Римма Ғәниева тарафынан методик ярҙам күрһәтеү тураһында һөйләштеләр.

Әйткәндәй, 2022 йылда Римма Ғәниева Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Ключ, Луганск ҡалаларына барғайны һәм балалар стоматологияһы һәм ортодонтияһы мәсьәләләре буйынса методик эш алып барғайны. Әүҙем эш алып барғаны өсөн ул Луганск Халыҡ Республикаһы Красный Ключ ҡалаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгәйне.

Луганск Халыҡ Республикаһынан коллегалар беренсе тапҡыр Башҡортостанда булды, Өфөнөң билдәле урындары менән танышты һәм республиканың балалар стоматологтарының уңышлы тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Луганск Халыҡ Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһы стоматологтары араһындағы дуҫлыҡ дауам итәсәк.

Сығанаҡ, фотолар: Өфөләге 3-сө Балалар стоматология поликлиникаһы.