! ⚡Светлана Абдрахманова район халҡын көнө-төнө электр энергияһы менән тәьмин иткән “Башкирэнерго” йәмғиәтенең “Күмертау электр селтәрҙәре” производство бүлегенең Ейәнсура электр селтәрҙәрендә 30 йыл эшләй☝. 👉ejansura.ru/articles/s... 💡Уның, инженер булараҡ, вазифаһына яңы ҡулланыусыларҙы теркәү, йәки хужалары алышынғанда мәғлүмәттәрҙе үҙгәртеү инә. Утыҙ йыл эсендә эштең бар нескәлектәрен белеп бөткән Светлана Сәлмән ҡыҙы инде эшкә яңы килгәндәрҙе өйрәтә, улар өсөн янып-көйөп тора. Тормош иптәше Роберт та янында эшләй, тимәк, өйҙә лә эш тураһында һүҙ йыш була икән. 🔋🔌Эйе, энергетиктарҙың эштәре тынғыһыҙ, ауыр һәм үтә яуаплы ла. Ҡараңғы төндәрҙе яҡтыраҡ итеү өсөн тырышып эшләгән райондаштарға тик изге теләктәр генә яуҙырабыҙ һәм байрамдары менән ҡотлайбыҙ! 💐
💡Районыбыҙҙың энергетика өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандарын Энергетиктар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ
ВчераВчера
~1 мин