Найти в Дзене
Ейәнсура таңдары

Ҡайтам, әсәй, ҡайтам, тик көт кенә

, Көткән кешем бары һин генә. Өмөтөңдө генә, әсәй, өҙмә, Усағыңды зинһар һүндермә. Ҡышын ҡарҙар юлдарыңды япһа, Аҡ бурандар ҡотороп уйнаһа, Көт һин мине, әсәй, мин ҡайтырмын, Ҡаршы атлап әсе буранға. Яҙын ҡоштар теҙелешеп осһа, Ҡарҙар иреп һыуҙар булып аҡһа, Елдәр уйнап тәҙрәңде ҡаҡһа, Көт һин, әсәй, ишегеңде япма. Йәйҙәр етеп гөлдәр сәскә атһа, Хуш еҫтәре ергә таралһа, Шул еҫтәргә сумып тик һин генә, Әсәкәйем, зинһар, юғалма. Йәйҙәр үтеп һалҡын көҙҙәр етһә, Бит осоңа ел ямғыр тейһә, Яулыҡ осо менән һөртөп ҡуй ҙа, Ҡайғырма һин, әсәй, мин барҙа. Ҡайтам, әсәй,ҡайтам, тик көт кенә, Мине һағынып, зинһар, илама. Аҡлай алмай ҡалһам өмөтөңдө, Иҫкә ал һин мине доғаңда. Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)

Ҡайтам, әсәй, ҡайтам, тик көт кенә,

Көткән кешем бары һин генә.

Өмөтөңдө генә, әсәй, өҙмә,

Усағыңды зинһар һүндермә.

Ҡышын ҡарҙар юлдарыңды япһа,

Аҡ бурандар ҡотороп уйнаһа,

Көт һин мине, әсәй, мин ҡайтырмын,

Ҡаршы атлап әсе буранға.

Яҙын ҡоштар теҙелешеп осһа,

Ҡарҙар иреп һыуҙар булып аҡһа,

Елдәр уйнап тәҙрәңде ҡаҡһа,

Көт һин, әсәй, ишегеңде япма.

Йәйҙәр етеп гөлдәр сәскә атһа,

Хуш еҫтәре ергә таралһа,

Шул еҫтәргә сумып тик һин генә,

Әсәкәйем, зинһар, юғалма.

Йәйҙәр үтеп һалҡын көҙҙәр етһә,

Бит осоңа ел ямғыр тейһә,

Яулыҡ осо менән һөртөп ҡуй ҙа,

Ҡайғырма һин, әсәй, мин барҙа.

Ҡайтам, әсәй,ҡайтам, тик көт кенә,

Мине һағынып, зинһар, илама.

Аҡлай алмай ҡалһам өмөтөңдө,

Иҫкә ал һин мине доғаңда.

Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)