2025 йылда Башҡортостанда 12 милли проект сиктәрендә 42 федераль проект тормошҡа ашырыла. Уларҙы үтәүгә 50 миллиард һум йүнәлтелде, шуның 35,6 миллиарды – федераль средстволар. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Премьер-министр урынбаҫары – республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов хәбәр итте. – Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа муниципалитеттарыбыҙ әүҙем ҡатнаша. Урындағы бюджеттарҙан финанслау күләме 9,2 миллиард һум тәшкил итте. Аҡсаның байтаҡ өлөшө биләмәләрҙе инфраструктура йәһәтенән үҫтереүгә һәм белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлауға йүнәлтелгән, – тип билдәләне вице-премьер. Мәҫәлән, “Ғаилә” һәм “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекттары ярҙамында республикала өс перинаталь үҙәк өсөн ҡорамалдар һатып алынды, 11 ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы булдырылды, Сибайҙа һәм Әбйәлил районының Асҡар ауылында балалар баҡсалары ремонтланды, ете мәҙәниәт учреждениеһы яңыртылды. Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҫтереү өсөн 134