Кешеләрҙе изгелеккә өйрәтеүсе өсөн Аллаһ рәсүленең киләһе хәҙисе быға дәлил: “Аллаһ һәм Уның фәрештәләре, күктәрҙә һәм Ерҙә йәшәүселәр, хатта иләүендәге ҡырмыҫҡалар һәм диңгеҙҙәге балыҡтар ҙа кешеләрҙе изгелеккә өйрәтеүсегә салауат әйтә” (әт-Тирмизи риүәйәте; яҡшы хәҙис). Йәмәғәт намаҙын көтөп ултырыусы өсөн Бер хәҙистә шулай тиелә: «Йәмәғәт намаҙына тип мәсеткә инеп, нәфел намаҙ ҡылғандан һуң урынында ҡалған һәр кемегеҙгә фәрештәләр салауат әйтә, “Йә Аллаһ, уны ярлыҡа! Йә Аллаһ, уға рәхимле бул!” тип, уның өсөн доғалар ҡыла» (Мөслим риүәйәте). Йәмәғәт намаҙында тәүге рәттә тороусы өсөн “Аллаһ һәм Уның фәрештәләре тәүге рәттә намаҙ ҡылыусыларға салауат әйтә”, – тигән хәҙис быға дәлил (Әбү Дауыт риүәйәте; дөрөҫ хәҙис). Сәхәр эсеүсе өсөн Аллаһ рәсүле шулай тигән: “Аллаһ һәм Уның фәрештәләре таң алдынан сәхәр эсеүселәргә салауат әйтә” (Әхмәт риүәйәте; яҡшы хәҙис). Пәйғәмбәргә салауат әйтеүсе өсөн Аллаһ рәсүле: “Әгәр берәйһе миңә салауат әйтһә, фәрештәләр ҙә уға салауат әйтер”, – тигән (Иб