Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Рөстәм Нәбиевтең ғаиләһе был юлы ҡайҙа ял итә?

Билдәле блогер һәм көслө рухлы шәхес Рөстәм Нәбиев әле ғаиләһе менән ҡояшлы Мальдив утрауҙарында ял итә. Әйткәндәй, Яңы йыл алдынан улар һәр саҡ бында килә. Был хаҡта ҡатыны Индира үҙенең социаль сәхифендә хәбәр иткән. "Беҙ яңынан Мальдив утрауҙарында! Һәр Яңы йыл алдынан ғаиләбеҙҙең ҡояшлы йолаһы был. Бында 6-сы тапҡыр килеү. Әммә был юлы беҙ яңы состав менән килдек. Төп яңы уйынсы - улыбыҙ Таир, уға ни бары 6 ай, һәм был уның океанға тәүге ҙур сәйәхәте! Беҙҙең менән шулай уҡ ҡәйнәм Алина һәм иремдең һеңлеһе Элиза ла тәүгә оса. Уларҙың беҙҙең менән булыуына бик шатмын! Ә ҡыҙҙарыбыҙ өсөн был өйөнә ҡайтыу кеүек: София бында өсөнсө тапҡыр. Әминә рекорд ҡуя, был уның 5-се тапҡыр килеүе! Бөтәһе ете кеше - беҙҙең татыу Ғаилә. Алда диңгеҙ, ҡояш һәм бик шәп ял!- тип яҙған Индира Нәбиева. Беҙ ҙә Нәбиевтәр ғаиләһенә матур ялдар теләйбеҙ! Фото: Индира Нәбиева. Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!
Оглавление
    Рөстәм Нәбиевтең ғаиләһе был юлы ҡайҙа ял итә?
Рөстәм Нәбиевтең ғаиләһе был юлы ҡайҙа ял итә?

Рөстәм Нәбиевтең ғаиләһе был юлы ҡайҙа ял итә?

"Бөтәһе ете кеше - беҙҙең татыу Ғаилә. Алда диңгеҙ, ҡояш һәм бик шәп ял", тип яҙған Индира Нәбиева.

Билдәле блогер һәм көслө рухлы шәхес Рөстәм Нәбиев әле ғаиләһе менән ҡояшлы Мальдив утрауҙарында ял итә. Әйткәндәй, Яңы йыл алдынан улар һәр саҡ бында килә. Был хаҡта ҡатыны Индира үҙенең социаль сәхифендә хәбәр иткән.

"Беҙ яңынан Мальдив утрауҙарында! Һәр Яңы йыл алдынан ғаиләбеҙҙең ҡояшлы йолаһы был. Бында 6-сы тапҡыр килеү. Әммә был юлы беҙ яңы состав менән килдек.

Төп яңы уйынсы - улыбыҙ Таир, уға ни бары 6 ай, һәм был уның океанға тәүге ҙур сәйәхәте!

Беҙҙең менән шулай уҡ ҡәйнәм Алина һәм иремдең һеңлеһе Элиза ла тәүгә оса. Уларҙың беҙҙең менән булыуына бик шатмын!

Ә ҡыҙҙарыбыҙ өсөн был өйөнә ҡайтыу кеүек: София бында өсөнсө тапҡыр. Әминә рекорд ҡуя, был уның 5-се тапҡыр килеүе!

Бөтәһе ете кеше - беҙҙең татыу Ғаилә. Алда диңгеҙ, ҡояш һәм бик шәп ял!- тип яҙған Индира Нәбиева.

Беҙ ҙә Нәбиевтәр ғаиләһенә матур ялдар теләйбеҙ!

Фото: Индира Нәбиева.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

-2