РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Мәскәүҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар һәм аспиранттар менән осрашты. Сарала иң абруйлы уҡыу йорттарында белем алған 70-кә яҡын студент һәм аспирант ҡатнашты. – Һеҙҙең дәрт-көсөгөҙ, белемегеҙ һәм үҫешкә ынтылышығыҙ – ул Башҡортостандың иң ҡиммәтле капиталы, уның киләсәк сәскә атыуының нигеҙе. Һеҙҙе юғары кимәлдәге буласаҡ белгестәр, ғалимдар, эшҡыуарҙар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре итеп күрәбеҙ. Бәләкәй ватанығыҙ һеҙҙең ҡайтыуығыҙ һәм иң шәп проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар булдыра, – тип билдәләне парламент спикеры. – Республиканы артабан үҫтереү өсөн әүҙем, амбициоз кадрҙар кәрәк. Тыуған республикабыҙ мәнфәғәтендә йәшәргә һәм эшләргә теләгән квалификациялы белгестәр карьера үҫеше өсөн һәр саҡ ярҙам һәм реаль мөмкинлектәр табасаҡ. Ул төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше тураһында ентекле итеп һөйләне, йәштәр өсөн мөмкинл
Республиканы артабан үҫтереү өсөн әүҙем, амбициоз кадрҙар кәрәк
22 декабря 202522 дек 2025
1 мин