Башҡортостан 2030 йылға тиклем һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең тәүге звеноһында тулыһынса тәртип булдырырға ниәтләй. Был – республика өсөн өҫтөнлөклө бурыс. Ошо йәһәттән власть органдары медицина учреждениеларын кадрҙар менән тулыландырыу, белгестәрҙе ауылдарға йәлеп итеү өҫтөндә эшләйәсәк. Ғөмүмән, республикала медицина хеҙмәткәрҙәрен социаль яҡлау буйынса эш яҡшы ойошторолған, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм тармаҡты яңыртыу программалары берлектә хәл ителә. Поликлиника һәм амбулаторияларҙы белгестәр менән тәьмин итеүҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан тыш, 15 медицина колледжы һәм уларҙың филиалдары ҙур өлөш индерә. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, студент осоронан башлап, һәр бер буласаҡ белгес өсөн карьера үҫеше, хеҙмәт юлы билдәләнә. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһында 25 меңдән ашыу кеше эшләй. Тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеү тураһында һүҙ сыҡҡанда Башҡортостан Башлығы ауылдарҙа белгестәргә ҡытлыҡтың йомшарыуын билдәләне һәм был йәһәттән ҡабул ителг