«Рәсәй спорты» дәүләт программаһының бер өлөшө булған сара Күмертау, Мәләүез һәм Көйөргәҙе райондары спортсыларын берләштерҙе. Сараны Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Астахов, ҡала советы рәйесе Евгений Оськин, ветерандар советы етәксеһе Муаед Мәмбәтов асып, ҡунаҡтарҙы сәләмләне. Ярыш башланыр алдынан тантаналы рәүештә 14 уҡыусы йәш армиясылар сафына алынды. Махсус хәрби операция ветерандары, ғаилә ағзалары гер спортында, йөҙөү, пауэрлифтинг, электрон винтовканан, дартс һәм бочча – боулингка оҡшаған уйын төрөндә оҫталыҡтарын күрһәтте. “Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең спортта уңыштары ҡыуандыра. Мәҫәлән, Радик Йосопов республика МХО ветерандары составында әүҙем шөғөлләнә. Ҡышҡы спорт төрө буйынса Бөтә Рәсәй “Ватанды һаҡлаусылар кубогына бара”, - ти Күмертау ҡалаһында паралимпия спортына әҙерләгән тренер Владимир Казаков. Фестивалдә ғаиләләге кеүек дуҫтарса мөхит хөкөм һөрҙө, ҡатнашыусыларҙы дәртләндерергә “Ватанды һаҡлаусылар” фондының урындағы социаль координаторҙары Наталья Селище
«Көслө булырға ваҡыт»: күмертауҙар ветерандарҙы йыйҙы
22 декабря 202522 дек 2025
1 мин