Найти в Дзене
"Урал" гәзите

🎤Йырсы Фәриҙә Ғаззалова “Ябалаҡлап ҡарҙар яуа” йырын башҡара

🎤Йырсы Фәриҙә Ғаззалова “Ябалаҡлап ҡарҙар яуа” йырын башҡара.

✍ Йырҙың һүҙҙәрен Межгорьенан Франгил Ғәлиев яҙған. Фәриҙә Ғаззалова уның өс туған һеңлеһе булып сыға.

💫Яңы йырҙы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Оҡшаһа, ❤ ҡуйығыҙ.

❄🌨Ябалаҡлап ҡарҙар яуа

Бына ҡыш та килеп етте,

Гүйә һағынғанды белеп.

Ҡара ерҙе аҡҡа күмеп,

Ҡарҙар яуа, өйөрөлөп.

Донъя өҫтө аҡҡа сумған,

Ул ябынған мамыҡ юрған.

Гөжләп торған урман эсен,

Сәйер генә тынлыҡ алған...

Тиҙҙән етер йылы яҙҙар,

Яҙҙы данлап ҡоштар һайрар.

Иреп бөткәс ошо ҡарҙар,

Ярға һыймай ағыр һыуҙар...

Ләкин уға әле йыраҡ,

Ябалаҡлап ҡарҙар яуа.

Бар донъяға шатлыҡ сәсеп,

Әйтерһең дә, бәхет яуа...