“Дилбегәне” ныҡ тотмаһаң, осоп төшөүең бар
Хеҙмәт юлының 48 йылын йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған уҡытыусы геолог булыу хыялын тормошҡа ашыра алмағанына һис үкенмәй.
Йылан йылының үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә, күрмәй ҙә ҡалдыҡ кеүек. Һөйөнөс-көйөнөстәре, юғалтыу-табыштары менән йәнә бер йыл артта ҡалды. Алдағы Йылҡы йылына ҙур өмөттәр бағлап, хыялдар ҡороп, яңы йылды лайыҡлы ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ.
Йылҡы йылы энергия, хәрәкәт һәм киҫкен үҙгәрештәр осоро итеп иҫәпләнә, шуға күрә тәүәккәл, ҡыйыу һәм әүҙем кешеләр өсөн үтә мөһим. Берәүҙәр өсөн алға ынтылыш, икенселәр өсөн ныҡлыҡҡа һынау булыуы ла ихтимал. Көнсығыш астрологияһында киләһе йыл ҡеүәтле тиҙләнеш осоро булараҡ һүрәтләнә. Тормошоңдо планлаштыра, хәүефте күрә, көсөңдө баһалай белергә тейешһең, ти күҙаллаусылар.
Йылҡы йылында тыуған кешеләр өсөн дә ул яуаплы, өлгөргәнлеккә һынау осоро. Рәйес Фәметдин улы Хәйретдинов - тап ошо мөмкинлектәр вәғәҙә иткән, ынтылыштарға юл асҡан йылда тыуғандарҙың бер вәкиле. Ғүмерен балалар тәрбиәләүгә, белем биреүгә арнаған, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәгән тәжрибәле уҡытыусы яңы йылға ниндәй уй-хыялдар менән аяҡ баҫа?
– Минеңсә, һәр йыл - кеше өсөн яңы һынауҙар ҡуйған, яҡты өмөттәр биргән, етди аҙымдар яһалған үҫеш осоро ул. Үткән йылға ла үпкәм юҡ, Уҡытыусылар көнө алдынан Башҡортостандың дәүләт наградаларына лайыҡ булған 48 уҡытыусыһы араһында булыуым менән бик бәхетлемен. “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән юғары исемгә лайыҡ булдым. Әле Борай ауылында 3-сө мәктәптә “Ватанды һаҡлау һәм именлек нигеҙҙәре” буйынса балаларҙы уҡытам. Уҡыусыларым йыл һайын Бөтә Рәсәй олимпиадаларының төбәк этабында ҡатнашып, еңеүҙәр яулай, приздар ала, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтергәндәре юҡ. Ә бит мәғариф өлкәһендә эшләрмен, уҡытыусы профессияһын ғүмерлеккә һайлармын тип уйыма ла килтермәгән инем...
– Ә кем булырға хыялланғайнығыҙ һуң?
– Бустанай ауылының күп балалы ғаиләһендә тыуып үҫкән малайҙың бәләкәй саҡтан геолог булырға теләүе ҡыҙыҡ тойолор, бәлки. Теләк бик көслө ине, урта мәктәпте тамамлағас, документтарымды Өфө дәүләт нефть техник университетына илтеп бирҙем. Тик конкурстан үтергә бер балл етмәне. Ҡул ҡаушырып ултырып булмай бит инде, тоттом да Свердлов өлкәһенең Красноуфимск ҡалаһындағы тимер юл станцияһына юл монтеры булып эшкә урынлаштым.
Аҙаҡ Тымыҡ океан флотында ике йыл хеҙмәт итеп, 1974 йылда Борайға өлкән сержант званиеһында ҡайтып төштөм. Дәрт-көс ташып торған саҡ, донъя гиҙге, күрмәгән яҡтарҙы күрге, яңы дуҫтар менән аралашҡы килә. Байкал – Амур магистраленә эшкә барырға түҙемһеҙлек менән комсомол юлламаһы көтәм. Шул саҡта үҙем уҡып сыҡҡан мәктәп директоры Рәлиф Нурлығаянов мине ваҡытлыса мәктәптә уҡытып торорға саҡырҙы. Уҡытыусымдың үтенесен йыға алманым, ярты йыл 4-5 класс уҡыусыларын рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым.
Ошо ваҡиға тормошомда киҫкен боролош яһарға мәжбүр итте. Ваҡытлыса ғына башланған һөнәр ғүмерлек яратҡан профессияма әүерелде. Ситтән тороп, Бөрө педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға индем. Яңы ғына сафҡа индерелгән Ҡоҙаш мәктәбендә математиканан балаларға белем бирҙем, аҙаҡ тыуған мәктәбемә эшкә ҡайттым. Ике йылдан ашыу Ҡуҙбай ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын атҡарарға тура килде. Аҙаҡ мәктәбемә ҡайтып, йәнә математиканан дәрестәр бирҙем, мәктәп директоры итеп тәғәйенләгәс, мәшәҡәттәр ҙә, яуаплылыҡ та икеләтә артты, – ти Рәйес Фәметдин улы.
Ниндәй генә ҡатмарлы, үтәлмәҫлек тойолған бурыстар килеп сыҡмаһын, уйлап эш итеүсән, ныҡышмал етәксе “дилбегәне” үҙ ҡулына алырға күнеккән. Ул осорҙоң ихтыяжына ярашлы, 1996 йылда Бустанай мәктәбе базаһында балалар йорто асылғас, Рәйес Хәйретдиновты яуаплы етәксе вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Әммә, үкенескә ҡаршы, финанс ярҙамы булмағанлыҡтан, бер йылдан һуң балаларҙы таратырға мәжбүр булалар. Уҡыусылар һаны кәмеү сәбәпле, башланғыс кластарҙы уҡытыу мәктәбенә әүерелә. Рәйес Фәметдин улы унда балаларҙы уҡытыу менән бергә директор вазифаһын да алып бара.
2009 йылда Борайҙа 3-сө урта мәктәп асылғас, тәжрибәле уҡытыусы һәм ойоштороусы әлегәсә “Ватанды һаҡлау һәм именлек нигеҙҙәре” тип аталған дәресте алып бара. Армияла сержанттар курсын үтеү уға балаларҙы тормошҡа әҙерләүҙә, көтөлмәгән ваҡиғаларҙа үҙеңде нисек тоторға, ниндәй күнекмәләргә, белемгә эйә булыу юлдарын өйрәтергә ныҡ ярҙам итә. Балалар менән ышаныслы мөнәсәбәт тыуҙыра белгән остаздарын уҡыусылар үҙ кеше итеп ҡабул итә, ҙур хөрмәт менән ҡарай. Хеҙмәт юлының 48 йылын йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған уҡытыусы геолог булыу хыялын тормошҡа ашыра алмағанына һис үкенмәй.
– Ярты быуат тиерлек мин балалар араһында. Бөгөн үҙемде ошо һөнәрҙән башҡа бер ниндәй профессияла ла күҙ алдына килтерә алмайым. Ҡыҙ һәм малайҙарҙың һиҙгер, саф күңеле, донъяны танып белергә ынтылыуы, уҡытыусыларға ҡарата сикһеҙ хөрмәте миңә тағы ла яҡшыраҡ эшләргә, уларҙың ышанысын аҡлау өсөн тырышырға дәрт өҫтәй. Балаларҙың һәр береһе минең өсөн асылмаған китап, уларҙың ҡатмарлы тормош боролоштарында аҙашмай, төшөнкөлөккә бирелмәй, ныҡышмаллыҡ менән үҙ урындарын табыуын теләйем. Йәш айырмаһы ҙур булыуына ҡарамаҫтан, йәш быуын менән бер тулҡында йөҙөргә, мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә, һорауҙарға яуапты күмәкләп табырға өйрәнәбеҙ, – ти уҡытыусы.
Рәйес Фәметдин улы күркәм, татыу ғаиләһе менән дә хаҡлы ғорурлана ала. Ҡатыны Людмила Александровна менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, иркен йорт һалып ингәндәр, бәхетле донъя ҡорғандар. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, тынғыһыҙ уҡытыусы белем биреүҙән тыш, балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүен дауам итә.
– Кем алға барырға ҡурҡмай, үҙ юлын таба, кем бер урында тапанмай, ҡаршылыҡтарҙы ижади хәл итергә өйрәнә—уларҙы сағыу, күтәрелеш йылы көтә, тип уйлайым. Тик “дилбегәне” ныҡ тоторға, сабыр булырға тура килер, юҡһа эйәрҙән осоп ҡалыуың бар, – ти уйынлы-ысынлы Рәйес Хәйретдинов.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!