Башҡортостанда Яңы йылға әҙерлек сиктәрендә 573 боҙ ҡаласығы төҙөлгән. 20 районда һәм ҡалала улар асылған да инде, тағы ла 22 муниципалитетта тантаналы саралар үтәсәк. Был турала бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте. Өфөлә 18 байрам майҙансығы әҙерләнгән, уларҙың иң ҙур икәүһе – Ленин исемендәге майҙанда һәм “Торатау” конгресс-холы янындағы майҙансыҡта. Ирина Голованова, һауа торошо арҡаһында ҡайһы бер муниципалитеттарҙа боҙ фигураларын һәм ҡоймаларҙы ҡуйыу оҙаҡҡа һуҙылды, эш дауам итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ә Башҡортостандың Дәүләт техник күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Урал Искәндәров хәбәр итеүенсә, республикала Яңы йыл байрамында 500-ҙән ашыу боҙ тау эшләйәсәк. Уның мәғлүмәттәре буйынса, объекттарҙың техник торошон тикшереү менән өс аккредитацияланған лаборатория белгестәре шөғөлләнә. Бөтә тауҙар 24 декабргә тиклем асылырға тейеш. – Бөтә халыҡты һаҡ булырға, ҡағиҙәләрҙе үтәргә һәм рөхсәт ителгән урындарҙа ғына т