“Йәштәр һәм балалар” милли проектын (национальный проект “Молодежь и дети”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Вуз-ара студенттар кампусы резиденты, Өфө фән һәм технологиялар университеты “Машиналар эшләү технологияһы” һәм “Металл ғилеме һәм металдарҙы һәм иретмәләрҙе термик эшкәртеү” һөнәрҙәре буйынса диссертация советы асты. Был хаҡта республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр. Совет булдырыу тураһындағы ҡарарҙы РФ Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡабул итә. Диссертация совет эше Өфө фән һәм технологиялар университеты аспирантураһын тамамлаусыларҙың кадрҙар үҫешен тәьмин итергә, машиналар эшләү өсөн яңы технологиялар һәм ҡорамалдар эшләү өлкәһендә, машиналар эшләү производствоһын автоматлаштырыу, ремонтлау һәм һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса ҡарарҙар эшләү өлкәһендә, шулай уҡ материалдарҙы өйрәнеү өлкәһендә, яңы иретмәләр һәм уларҙы эшкәртеү ысулдарын эшләү өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итергә тейеш. Диссертация советы асыу “Өҫтөнлөк 2030” программаһы