Сара милли уйынды һаҡлауҙа һәм киләсәк быуынға тапшырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Оҫталыҡ дәресе Асия Йосопова етәкселегендә ойошторолдо. «Алтын ашыҡ» буйынса республика чемпионаты призерҙары - Инйәрҙәң 2-се мәктәбенең “Шайморатов класы” уҡыусыһы Ислам Ғәлиәкбәров һәм Сәфәрғол ауылы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Гөлйемеш Янбаева тәжрибәләре менән уртаҡлашты. «Һомай» медиастудияһының йәш хәбәрселәре Әмилә Янбаева һәм Зөлхизә Йосопова уйында ҡатнашыусылар менән әңгәмәләште. Уҡыусылар - Руслан Исмәғилев, Айназ Абдрахманов, Айназ Дәүләтов, Йәмилә Мирасова, Аиша Сәйетова һәм башҡалар уйындың нескәлектәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнде. Уларҙың күҙҙәрендә – яңы белемгә ынтылыш, күңелдәрендә – милли уйынға ҡарата һөйөү уты балҡыны. Ағинәйҙәр ҙә был мөһим саранан ситтә ҡалманы. Уйындарҙа ла ҡатнаштылар, мул сәй табыны ла әҙерләнеләр. «2026 йылда Инйәрҙең 2-се мәктәбендә үтәсәк «Биш ашыҡ» буйынса район чемпионатында ҡатнашырға хыялланабыҙ!» – тине сарала ҡатнашыусылар. Оҫталыҡ дәресен ойоштороуға ярҙа
Манышты мәктәбендә халҡыбыҙҙың онотолмаҫ милли мираҫы булған «Биш ашыҡ» уйынын өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде
2 дня назад2 дня назад
1 мин