Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Медицина ярҙамы сифаты яҡшырасаҡ

Мәләүез районының Ҡотош ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина пукты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Ул сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Бинала фельдшер, процедура, ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙар, эш ҡоралдары өсөн бүлмәләр урынлаштырылған. Медицина пункты Ҡотош, Бәләкәй Моҡас һәм Айтуған ауылдарының 750 кешеһен хеҙмәтләндерәсәк. Улар бында диспансерлаштырыу үтеү, вакцина яһатыу һәм тәүге медик-санитар ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә "Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙар
Оглавление
    Медицина ярҙамы сифаты яҡшырасаҡ
Медицина ярҙамы сифаты яҡшырасаҡ

Медицина ярҙамы сифаты яҡшырасаҡ

Медицина пункты Ҡотош, Бәләкәй Моҡас һәм Айтуған ауылдарының 750 кешеһен хеҙмәтләндерәсәк.

Мәләүез районының Ҡотош ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина пукты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән.

Ул сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Бинала фельдшер, процедура, ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙар, эш ҡоралдары өсөн бүлмәләр урынлаштырылған.

Медицина пункты Ҡотош, Бәләкәй Моҡас һәм Айтуған ауылдарының 750 кешеһен хеҙмәтләндерәсәк. Улар бында диспансерлаштырыу үтеү, вакцина яһатыу һәм тәүге медик-санитар ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә

"Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!