Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртән М5 “Урал” автомобиль юлының Шишмә – Аксенов – Ҡырғыҙ-Миәкә участкаһында, 105-се километрҙа, ҡот осҡос авария булған. Мәғлүм булыуынса, өс автомобиль – “ВАЗ-2110”, “Мазда CX-5” һәм “Шахман” йөк машинаһы бәрелешкән. Был "Шахман"дар менән авариялар йыш булып тора. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “ВАЗ-2110” автомобилендәге өс кеше һәм “Мазда”ның бер пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат булған. Полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ашығыс хеҙмәттәр ваҡиға урынында эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана. Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, ашыҡмағыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, тыйылған урында ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ! Фото сығанағы: @V_Sevastyanov.