Бөрө ҡалаһында ”Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проекты сиктәрендә һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәренә капиталь ремонт ваҡытынан алда һәм тулы күләмдә тамамланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Был стратегик мөһим объект туранан-тура ҡала халҡының 54 проценты өсөн коммуналь хеҙмәттәр сифатын яҡшырта, ә был 24326 кеше тигән һүҙ. Бөрөнөң төньяҡ-көнбайыш районында проект ике этапҡа бүленгән, был халыҡ өсөн уңайһыҙлыҡтарҙы кәметергә һәм ҡала инфраструктураһының байтаҡ өлөшөн эҙмә-эҙлекле яңыртырға мөмкинлек биргән. — Бындай күләмле объектты тамамлау – республикала үткәрелгән коммуналь хужалыҡты яңыртыу сәйәсәтенең һөҙөмтәлелегенең сағыу күрһәткесе. Тормош сифатын яҡшыртыу тураһында һүҙ йөрөткәндә, беҙ Бөрөгә оҡшаш аныҡ проекттарҙы күҙ уңында тотабыҙ. Был системалы эш тиҫтәләрсә мең кеше өсөн үлсәү һөҙөмтәһе бирә, — тип белдерҙеләр республиканы
Бөрөлә һыу үткәргес селтәрҙәрен капиталь ремонтлау тамамланды
22 декабря 202522 дек 2025
1
1 мин