Кампуста Рәсәй мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Александр Бугаев ӨДНТУ, ӨФһТУ һәм БДМУ-ның заманса лабораторияларын юғары баһаланы. Һуңынан М. Аҡмулла университеты ректоры Салауат Сәғитов менән бергә юғары уҡыу йорто институттарына юлланды. Сәфәр Башҡортостандың төҙөлөш отряды хәрәкәте тураһындағы фотокүргәҙмәне ҡарауҙан башланды. Шулай уҡ ҡунаҡты “Добро” үҙәге эшмәкәрлеге менән таныштырҙылар. Ул - 2013 йылдан 575 ирекмәнде берләштергән һәм балалар өсөн социаль акциялар үткәргән университет үҙәге. Физика, математика, һанлы һәм нанотехнологиялар институтында декан Азат Йосопов Александр Бугаевҡа наноэлектроника лабораторияһы һәм наносенсорика йәштәр лабораторияһы эшләнмәләрен күрһәтте. Ректор Салауат Сәғитов билдәләүенсә, юғары уҡыу йорто фәнгә айырым баҫым яһай: 2025 йылда Мәғариф министрлығының дәүләт заданиеһы буйынса проекттар күләме 53 миллион һум тәшкил иткән. Физик культура һәм кеше һаулығы институтында ҡунаҡтарға федераль программа буйынса йыһазландырылған кабинеттар күрһә
Кәрәкле белгестәр әҙерләү – мөһим бурыстарҙың береһе
18 декабря 202518 дек 2025
1 мин