Евразия ғилми-белем биреү үҙәге – Вуз-ара студенттар кампусы резиденты, Өфө дәүләт нефть техник университеты яңы транспорт сараларын һынау өсөн интеллектуаль борт регистраторын булдыра. Проект “Өҫтөнлөк-2030” сиктәрендә “Газпром” һәм “КамАЗ” менән берлектә тормошҡа ашырыла һәм санкциялар индерелгәндән һуң ҡулланылмай ҡалған ҡорамалдарҙы импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән. Өфө дәүләт нефть техник университетының Нефть һәм газ сәнәғәтендә һәм төҙөлөштә ер өҫтө транспортын файҙаланыу кафедраһы ғалимдары программа-аппарат комплексын эшләй, ул сит ил аналогтарынан ике-өс тапҡырға арзаныраҡ буласаҡ һәм һынау һөҙөмтәләрен тиҙерәк анализларға һәм техника конструкцияһын төҙәтергә мөмкинлек бирәсәк. – Транспорт тармағы өсөн техниканы проектлауҙан алып баҙарға сығарыуға тиклем циклды ҡыҫҡартыу мөһим. Бындай теркәүсе узелдарҙың эшен датчик сигналдары буйынса оператив баһаларға һәм инженерлыҡ ҡарарҙарын тиҙерәк ҡабул итергә ярҙам итә – был сифатҡа, ышаныслылыҡҡа һәм хәүефһеҙлеккә туранан-тура йоғонт
Яңы ҡоролма сит ил аналогтарынан ике-өс тапҡырға арзаныраҡ буласаҡ
21 декабря 202521 дек 2025
3 мин