Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһының 27-се Cофиевск мәктәбендә Башҡортостан төҙөүселәре ярҙамында тергеҙеү эштәре тулы көсөнә бара. Уҡыу йорто байтаҡҡа үҙгәрә. Әлеге ваҡытта бинала алты янғынға ҡаршы ишек һәм 124 яңы пластик тәҙрә ҡуйылған. 1938 йылда асылған Һәм Софиевский ҡасабаһының мәҙәни үҙәге тип һаналған был мәктәпте, 1968 йылда яңы бинаны төҙөп бөтөүҙе иҫәпкә алмағанда, быға тиклем ремонтламағандар тиерлек. Директор Людмила Вячеславовна Соболь, тергеҙеү эштәре хәҙер бик әүҙем алып барыла, тип билдәләне. Ул ағас тәҙрәләрҙе заманса пластик тәҙрәләргә алмаштырыуҙары, шулай уҡ иҫке һәм яңы биналарҙың ҡыйыҡтарын тулыһынса реконструкциялауҙары тураһында хәбәр итте. Ошо эштәр һөҙөмтәһендә мәктәптә яҡтылыҡ һәм йылылыҡ арта, ә бушҡа ағыуҙар туҡтала. Директор шулай уҡ, элек ғәҙәти кластан үҙгәртеп ҡоролған һәм канализация менән проблемалары булған бәҙрәф капиталь ремонтланған, тип өҫтәне. Людмила Вячеславовна эштәрҙең ҡыҫҡа ваҡытта башҡарылыуын билдәләне: 15 көн эсендә бри