Башҡортостандың халыҡ артисы, популяр йырсы Әнүәр Нурғәлиев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә көтөлмәгән осрашыу тураһында хәбәр иткән. Йырсы автобус туҡталышы янынан уҙғанда, танышыраҡ тойолған оло йәштәге ханымға иғтибар итә. Ул - Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины Сәүиә Сираева булып сыҡҡан. Уға 92 йәш. "Бөгөн Сәүиә апай Сираеваны осраттым, яҡыныраҡ таныштым. Новомостовая туҡталышында ҡарайым: Сәүиә апай яңғыҙы баҫып тора. Улай ярамаҫ, тип уйлайым, илтеп ҡуйырға кәрәк, боролоп килдем, алып барырға рөхсәт һораным, һәм ул ризалашты. Ул шундай шәп, уға 92 йәш, ләкин үҙ йәшен биреп булмай. Ул хәрәкәтте яратам ти, һәм үҙенә 100 йәшкә тиклем йәшәргә йөкләмә алған. Уны һораған еренә ҡалдырҙым да, бик ҡәнәғәт булып, был көн тураһында уйлана- уйлана китеп барҙым", - ти ул. Башҡорт һәм татар театрҙары легендаһы булған Сәүиә Сираева популяр артисҡа матур теләктәр теләгән, изгелеге өсөн рәхмәт белдергән. Бына бит ниндәй матур осрашыу б