Махсус хәрби операцияға улдарын оҙатҡан әсәйҙәр - сыҙамлыҡ өлгөһө. Уларҙың йөрәге бер генә минутҡа ла тыныслыҡта ҡалмай. Иртәнсәк уянғанда ла, кисен ятҡанда ла улар балаларының иҫән-имен йөрөп ҡайтыуын теләй. Сабырлыҡ, түҙемлек өлгөһө булған әсәйҙәрҙең үҙҙәренә лә һәйкәл ҡуйырлыҡ. Йәрмәкәй районының Күпсәнәй ауылында һалдаттарға ярҙам итеү эше ныҡлы ҡуйылған. Беҙ барғанда ла уларҙы маскировка селтәре үреү мәлендә тап иттек. Араларында яугир әсәһе Наталья Константинова менән һүҙебеҙ үҙенән -үҙе беректе. Беҙҙең менән ихлас итеп һөйләшһә лә, күңеле тулы һағыш икәнлеге күҙҙәренән тойола. Улы 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация мәлендә махсус хәрби операцияға юллана. Медик-санитар бурыстарын башҡарғанға ла ул “Медик” тигән позывнойҙы ала. Махсус хәрби операцияға тиклем ул Октябрский ҡалаһында эшләй. –“Хәрби хеҙмәттән ҡасып йөрөмәйәсәкмен. Кәрәк икән, тимәк, барасаҡмын”, тип әйберҙәрен йыйҙы ла, махсус хәрби операцияға китте. Хәҙер дүртенсе йыл инде яуҙа йөрөй. Йылына ике тапҡыр