Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Янғында ир һәм ҡатындың кәүҙәләре табылған

Ял көндәрендә лә республикала янғын сығыу осраҡтары теркәлде. Кисә 72 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе Мәләүез районы Эткөсөк ауылының Үҙәк урамында янған ағас мунсала табылған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, янғындың майҙаны 9 квадрат метр тәшкил иткән. Ошондай уҡ хәл Күмертау ҡалаһының Иҫке Урал ауылында булған, унда ағас йортта сыҡҡан янғында өлкән йәштәге ирҙең ғүмере өҙөлгән. Әле фажиғәләрҙең сәбәптәре асыҡлана. Шулай уҡ Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында йәшәгән ғаилә янғын сығыу сәбәпле, торлаҡһыҙ һәм бер нәмәһеҙ ҡалған. Һыуыҡтар башланыу менән ут менән һаҡ булырға саҡырабыҙ: электр приборҙарын, мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, мунса яҡҡанда иғтибарлы булығыҙ! Фото: "Башинформ". Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!
Оглавление
    Янғында ир һәм ҡатындың кәүҙәләре табылған
Янғында ир һәм ҡатындың кәүҙәләре табылған

Янғында ир һәм ҡатындың кәүҙәләре табылған

Бәхетһеҙ осраҡ Мәләүез районында һәм Күмертау ҡалаһы янында теркәлгән.

Ял көндәрендә лә республикала янғын сығыу осраҡтары теркәлде. Кисә 72 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе Мәләүез районы Эткөсөк ауылының Үҙәк урамында янған ағас мунсала табылған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, янғындың майҙаны 9 квадрат метр тәшкил иткән.

Ошондай уҡ хәл Күмертау ҡалаһының Иҫке Урал ауылында булған, унда ағас йортта сыҡҡан янғында өлкән йәштәге ирҙең ғүмере өҙөлгән. Әле фажиғәләрҙең сәбәптәре асыҡлана.

Шулай уҡ Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында йәшәгән ғаилә янғын сығыу сәбәпле, торлаҡһыҙ һәм бер нәмәһеҙ ҡалған.

Һыуыҡтар башланыу менән ут менән һаҡ булырға саҡырабыҙ: электр приборҙарын, мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, мунса яҡҡанда иғтибарлы булығыҙ!

Фото: "Башинформ".

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!