Ҡыш үҙенең хоҡуҡтарына ныҡлап аяҡ баҫып өлгөрмәгән көндәрҙең береһендә Өфө районының Жуков ауылы “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһында полилингваль, билингваль һәм башҡорт төркөмө тәрбиәселәренең район методик ойошмаһы ултырышы үтте. Ултырышта тәрбиәселәр үҙ эш тәжрибәһе менән генә уртаҡлашып ҡалманы, ә Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова менән бик йылы осрашыу булды. Көтөп алынған байрам ҡунағын барыһы ла яҡты йөҙ менән ихлас ҡаршы алды. Халыҡ күңелендәге бар ынйы-гәүһәрҙәрҙе түкмәй-сәсмәй йыйып алып, беҙгә, киләһе быуындарға тапшырған милләт әсәһе үҙенең тормошо, ижады тураһында һөйләне. Таңсулпан Ғарипова тәрбиәселәрҙе яҡынлашып килгән Башҡорт теле көнө менән ҡотлап үтте. Баланың этник үҙенсәлеген формалаштырыуҙа туған телдең айырым ролен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Мәҙәниәткә, Тыуған илгә һөйөү, ата-әсәгә,телгә хөрмәт нигеҙҙәре тап бала саҡта һалына, тип билдәләне. Ул тәрбиәселәр менән туған тел әһәмиәтен үҫт