Салауат районынан Миләүшә Сафиуллина менән бер нисә йыл элек танышҡайным. Ул ваҡытта уҡытыусы булып эшләп йөрөй ине, иренең махсус хәрби операцияла хәбәрһеҙ юғалыуына йөрәгенең өҙгөләнгән ауыр мәлдәре ине. Күптән түгел Салауат районына эш сәфәре мәлендә был ханым менән йәнә осрашырға тура килде. Хәҙер инде ул башҡа вазифала – “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә булылыҡ итеү дәүләт фондының Салауат районы буйынса филиалының социал координаторы. Ауырлыҡтар кешене сыныҡтыра, нығыта. Миләүшә Кәбир ҡыҙында ла беҙ иң беренсе рух ныҡлығын тойҙоҡ. Үҙе ҙур ҡайғылар кисергән ҡатын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, уларҙың ғаиләләренең хәлен яҡшы тоя. Шуға ла бөгөн ул ең һыҙғанып яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йүнәлешендә хеҙмәт итә. – Иң тәүге сиратта беҙ психологик ярҙам күрһәтәбеҙ, юридик консультациялар уҙғарабыҙ, рекомендациялар бирәбеҙ. Республикабыҙҙағы ярҙам саралары менән таныштырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Беҙҙ