Кисә дәүләтебеҙ башлығы Владимир Путин сираттағы тапҡыр Рәсәй халҡы менән аралашты. “Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” программаһын бар ил ҡараны. 4,5 сәғәт эсендә Владимир Владимирович 80-дән ашыу һорауға яуап бирҙе. Көтөлгәнсә, тура бәйләнештә илебеҙ иҡтисады темаһына арналған һорауҙар күп булды. Улар тураһында үҙ фекере менән, иҡтисад фәндәре кандидаты, РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалының "Иҡтисад, менеджмент һәм маркетинг" кафедраһы доценты Рөстәм Камил улы Камалов уртаҡлашты. – Башта дөйөм тәьҫораттарым менән уртаҡлашҡым килә. Тура бәйләнеш ваҡытында Президент Башҡортостанды ике тапҡыр ыңғай яҡтан телгә алды. 89 төбәк араһында был – һәйбәт билдә. Тәүгеһендә тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм Тажикстан менән уртаҡ проект тураһында, ә икенсеһендә – дини эштәр торошо хаҡында. Иҡтисадҡа килгәндә, күп нәмәләр дөйөм федераль мәғәнәлә бирелде, тик шул уҡ ваҡытта был Башҡортостанға ла туранан-тура ҡағыла. Беҙҙең сәнәғәт дөйөм илдәге ваҡиғаларға тығыҙ бәйләнгән.