Кисә дәүләтебеҙ башлығы Владимир Путин Рәсәй халҡы менән аралашты. Рәсәй телеканалдары һәм социаль селтәрҙәрҙәрҙең тура эфирында барған “Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” программаһын бар ил ҡараны. Ғәҙәттәгесә, сара ҙур матбуғат конференцияһы менән берләштерелгән тура бәйләнеш форматында үтте, уның сиктәрендә дәүләт башлығы Владимир Путин журналистарҙың һәм ил халҡының һорауҙарына яуап бирҙе. 4,5 сәғәт эсендә Владимир Владимирович 80-дән ашыу һорауға яуап бирҙе. Уларҙың араһында илебеҙҙең рухи ҡиммәтәренә арналғаны ла булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш ЙОСОПОВ быны бик мөһим тип билдәләне. – Тәү сиратта Президентыбыҙ Владимир Путиндың беҙҙең ҡиммәттәр тураһындағы һүҙҙәренә иғтибар иткем килә. 90-сы йылдарҙа, союз таралған ваҡытта халыҡтар дуҫлығы тигән төшөнсә “туңыраҡ” яңғырай башлаған ине. Ә әлеге ваҡытта шуны күрәбеҙ: Президентыбыҙ тарафынан халыҡтар дуҫлығы төшөнсәһе үҙенең мәғәнәһ