Беренсе ҡар ятып ҡышҡы һыуыҡтар килеү менән Тайҡаш ауылында һуғым өмәләре гөрләй башланы Ҡариҙел ауылдарында һуғым өмәләре беренсе ҡар ятыу менән шаулап үтә башланы. Туған-тумасалар, күршеләр һәм ауылдаштар бер-береһенә булышам тип иртүк хужаның йортона килеп етә. Самауарҙан бер сынаяҡ сәйҙе йығып эсә лә ирҙәр эшкә тотона. Йола булғас йола булһын, абруйлы, йәки кемдең ҡул арты еңел, ите тәмле була, шул инде ҡышлап сыҡҡан малды сала ла инде. Ауылда ундай ир-егеткә ҙур ихтирам менән ҡарайҙар, уны данлап йөрөтәләр. Һуңынан инде малды тиреһенән айырып, эсен ярғас ҡатын-ҡыҙҙар көлөшә-көлөшә биҙрәләрен тотоп, йылы быйма кейеп, шәлдәрен урап үҙ эштәрен башҡарырға сығалар. Ә бала-сағаға иң «ауыр эш» йокмәткелә: малдың ҡойроғон тоторға, эттәрҙе, ҡош-ҡорттарҙы ҡыуып торорға. Шулай ҙа улар инәйҙәре (әсәйҙәре) менән йылға буйына төшөп, мәке янында бер-береһе менән ярышып эсәк тапайҙар. Үәт исмаһам күңелле күренеш! Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған был изге йола бик күп ауылдарҙа ойошторолған кеүек Ҡариҙел