Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бындай һалҡындар быйыл булғаны юҡ ине әле

Башҡортостанға көслө һыуыҡтар килә. Быйыл ҡыш һауа температураһы был тиклем түбән төшкәне юҡ ине әле. Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республиканың төньяҡ өлөшөндә төндә -15, -20 градус булыуы көтөлә, аяҙытҡанда термометр бағанаһы -25 градусҡа тиклем төшә; көндөҙ -13, -18 градус булыуы фаразлана. Көньяҡ райондарҙа йылыраҡ була: төндә һәм көндөҙ -8, -13 градус булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Йәкшәмбе, 21 декабрҙә, тағы ла һыуыта. Һауа температураһы төндә -18, -23, аяҙытҡанда -28 градусҡаса һалҡын буласаҡ. Көндөҙ температура -3, -8 градусҡаса күтәреләсәк. Ҡар яуасаҡ, төньяҡта уртаса ҡар яуыуы көтөлә. Фото: Әлиә Хужәхмәтова. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Оглавление
    Бындай һалҡындар быйыл булғаны юҡ ине әле
Бындай һалҡындар быйыл булғаны юҡ ине әле

Бындай һалҡындар быйыл булғаны юҡ ине әле

Аяҙытҡанда термометр бағанаһы -25 градусҡа тиклем төшә.

Башҡортостанға көслө һыуыҡтар килә. Быйыл ҡыш һауа температураһы был тиклем түбән төшкәне юҡ ине әле.

Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республиканың төньяҡ өлөшөндә төндә -15, -20 градус булыуы көтөлә, аяҙытҡанда термометр бағанаһы -25 градусҡа тиклем төшә; көндөҙ -13, -18 градус булыуы фаразлана.

Көньяҡ райондарҙа йылыраҡ була: төндә һәм көндөҙ -8, -13 градус булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын.

Йәкшәмбе, 21 декабрҙә, тағы ла һыуыта. Һауа температураһы төндә -18, -23, аяҙытҡанда -28 градусҡаса һалҡын буласаҡ. Көндөҙ температура -3, -8 градусҡаса күтәреләсәк. Ҡар яуасаҡ, төньяҡта уртаса ҡар яуыуы көтөлә.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!