Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Армия хеҙмәте тормош мәктәбе булды”

– Мин хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә 2022 йылдың 22 сентябренән үк инде. Мобили зацияның тәүге тулҡынына эләктем. Ул саҡта Бишбүләк хәрби комиссариатынан беҙ, Ҡаныҡайҙан өс егет, Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына киттек. Шөкөр, уларҙың барыһы ла иҫән-һау. Беҙ иңде-иңгә терәп бергә һуғышабыҙ, – ти яугир. Яҡташыбыҙ еңеүҙең мотлаҡ беҙҙең яҡта булырына тәрән ышана. Ул яу яланынан һуң тыныс тормошҡа, тыуған Бишбүләгенә ҡайтып, ауылдаштары, туғандары менән осрашыуына сикһеҙ шат. Көтөп алған ял көндәрен ул яҡындары менән рәхәтләнеп, иҫтә ҡалыр лыҡ итеп үткәрергә йыйына. “Ата-әсә йортонда булыу, туғандар, дуҫ-иш, махсус хәрби операциянан ҡайтҡан егеттәр менән аралашыу – әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ”, – ти ул. Яугир урта мәктәпте тамам лаған дан һуң, Бәләбәй педагогия колледжына уҡырға инә. 2007-2008 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Һомғол буйлы егетте Рәсәй армияһының Елань ҡалаһындағы мотоуҡсылар ғәскәрҙәренә хеҙмәткә алалар. Армиянан ул сержант званиеһында ҡайта. – Туған мәктәптә эш булманы. Шул саҡта дуҫта
Оглавление

“Армия хеҙмәте тормош мәктәбе булды”

– Мин бына дүртенсе тапҡыр һөйөклө әсәйем янына ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайттым,– тип һөйләй мыҡты кәүҙәле,хәрбиҙәрсә ыҫпай кейемле яугир. Бишбүләк егетенә 37 йәш, баҫалҡы, аҙ һүҙле булыуы һиҙелә. Шулай ҙа ул, беҙҙең үтенесте тыңлап, һорауҙарға тулы яуап бирергә тырышт.

– Мин хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә 2022 йылдың 22 сентябренән үк инде. Мобили зацияның тәүге тулҡынына эләктем. Ул саҡта Бишбүләк хәрби комиссариатынан беҙ, Ҡаныҡайҙан өс егет, Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына киттек. Шөкөр, уларҙың барыһы ла иҫән-һау. Беҙ иңде-иңгә терәп бергә һуғышабыҙ, – ти яугир. Яҡташыбыҙ еңеүҙең мотлаҡ беҙҙең яҡта булырына тәрән ышана. Ул яу яланынан һуң тыныс тормошҡа, тыуған Бишбүләгенә ҡайтып, ауылдаштары, туғандары менән осрашыуына сикһеҙ шат. Көтөп алған ял көндәрен ул яҡындары менән рәхәтләнеп, иҫтә ҡалыр лыҡ итеп үткәрергә йыйына. “Ата-әсә йортонда булыу, туғандар, дуҫ-иш, махсус хәрби операциянан ҡайтҡан егеттәр менән аралашыу – әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ”, – ти ул. Яугир урта мәктәпте тамам лаған дан һуң, Бәләбәй педагогия колледжына уҡырға инә. 2007-2008 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Һомғол буйлы егетте Рәсәй армияһының Елань ҡалаһындағы мотоуҡсылар ғәскәрҙәренә хеҙмәткә алалар. Армиянан ул сержант званиеһында ҡайта. – Туған мәктәптә эш булманы. Шул саҡта дуҫтарым мине Себергә эшкә өгөтләй башланы. Тик уҡы тыусы дипломы менән унда ни эшләйһең? Шуға күрә Дәүләкән ҡалаһында яңы һөнәр алырға, иретеп йәбештереүсе булырға тура килде. Ун йыл ғүмер төҙөлөштә һиҙелмәй ҙә үтте. Аҙаҡ тағы өс йыл “Роснефть” ойошмаһында эшләнем. Махсус хәрби операция башланыу менән яҙмышымды һәм нимәгә һәләтле булыуымды һынап ҡарарға булдым, – ти отделение командиры. – Ғөмүмән, армия хеҙмәте минең өсөн тормош, батырлыҡ һәм антҡа тоғролоҡ дәрестәре булды. Шулай итеп, дуҫтарым менән Һарытауға барып эләктек, комплекслы хәрби әҙерлек үттек. Унан беҙҙе Запорожьены Украина милләтселәренән азат итергә ебәрҙеләр. Мине мотоуҡсылар отделениеһы командиры итеп тәғәйенләнеләр. Мин хеҙмәт иткән пехота – яу яланы ”батшаһы”. Беҙҙең подразделениелар дошманды йәшеренгән урындарынан һәм һаҡлаған позицияларынан ҡыуып сығармайынса хәрби операцияның уңышлы үтеүе тураһында һүҙ йөрөтөү иртәрәк. Яйлап, әммә ышаныслы рәүештә, метрҙар артынан метрҙарҙы үтеп, алға барабыҙ. Яугирҙәрҙе тылдың ныҡлығы, ярҙамы шатландыра. Беҙ быны гуманитар ярҙам, йылы итеп яҙылған хаттар, посылкалар аша тоябыҙ. Яугирҙең еңеү менән ҡайтҡанын өйҙә әсәһе, ағаһы ғаиләһе менән көтә. Хәрби хәрәкәт ветераны бер нисә хәрби миҙал, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Беҙ уға ныҡлы һаулыҡ, хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ. Еңеү яулап, иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!