Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тура бәйләнешендә ғаиләгә ярҙам, демография, пособиелар тураһында һорауҙар байтаҡ булды. Рәсәй Президенты билдәләүенсә, ғаиләләргә ярҙам һәр киләһе бала менән арта барырға тейеш. Уныңса, әсәлеккә һәм аталыҡҡа моданы тергеҙергә кәрәк. Илдә тыуым коэффициенты 1,4 тәшкил итә, тип билдәләне Владимир Путин. – Илдә бер ҡатынға кәмендә ике бала булырға тейеш, — тип иҫәпләй дәүләт башлығы. – Балаларҙың тыуыуы модаға әйләнергә тейеш. Президент билдәләүенсә, балалар тыуыу менән ғаилә муллыҡтың кәмеүен тоймаҫҡа тейеш. Рәсәй лидеры һүҙҙәренсә, ил Хөкүмәте был өлкәне камиллаштырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Ул ғаиләләргә ярҙам һәр киләһе бала менән арта барырға тейеш тип билдәләне. Бынан тыш, президент илдең 25 төбәгендә ыңғай демографик динамиканы билдәләне. – Был төбәк властарының демографик сәйәсәтте дөрөҫ ҡороп, был мөһим өлкәлә етди уңыштарға өлгәшеүе хаҡында һөйләй, – тине ул. Шулай уҡ президентҡа декретта ултырған әсәләргә түләмдәр тураһында һо