“ГИП-Электро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең территориаль селтәр компанияһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектына ҡушыла. Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә республика Хөкүмәте менән компания етәкселеге ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә Республика компетенциялар үҙәге (артабан – РЦК). Башланғыс диагностика йомғаҡтарына ҡарап, РЦК-ның хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге эксперттары процестарҙы оптималләштереү буйынса тәүге тәҡдимдәрҙе әҙерләргә тейеш. Һуңынан предприятиеның эшсе төркөмө эксперттар менән берлектә уларҙы тормошҡа ашыра башлай. "Һаҡсыл етештереү ысулдары төп процестарҙы системалы камиллаштырырға ярҙам итер, тип иҫәпләйбеҙ, был беҙҙең хеҙмәтләндереү сифатына ыңғай йоғонто яһар, – тип уртаҡлашты “ГИП-Электро”ның директоры Александр Нусенкис. РЦК эксперттары предприятие менән бер нисә ай хеҙмәттәшлек итеп, сығымдарҙы кәметеү һәм эштәрҙе башҡарыу тиҙлеген арттырыу бу