Өфөлә “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Вуз-ара кампуста, илдә беренселәрҙән булып, операция шәфҡәт туташтары өсөн махсус курстар асылды. Сарала Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар, Дондағы Ростов һәм Владивосток клиникаларынан шәфҡәт туташтары ҡатнашты. Курстың маҡсаты – юғары технологиялы әмәлиәт яһау хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү. Программа универсаль компетенцияларҙы булдырыу һәм роботлаштырылған системалар менән эшләгәндә хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Уҡыуҙың практика өлөшөн Башҡортостан дәүләт медицина университетының өс махсуслашҡан майҙансығында атҡарҙылар. DaVinci роботлаштырылған системаһы эше Башҡортостан дәүләт медицина университетының операциялар яһау урындарында атҡарылды. Ҡатмарлы ҡорамалды стерилләштереү һәм эшләү буйынса теория, лаборатория күнекмәләре вуз-ара кампустағы университеттың фәнни лабораторияларында үтте. Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Был курстар илдә беренселәрҙән булып Өфөлә асылды
19 декабря 202519 дек 2025
~1 мин