Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Донъяны, кешеләрҙе яратҡан әҙип ине

Декабрҙә күренекле башҡорт прозаигы, публицист, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Рәшит Солтангәрәевтең тыуыуына 90 йыл тулды. Ошо айҡанлы, Өфөлә Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала яҙыусының тормошо һәм ижадына арналған түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Унда башҡорт рухиәте донъяһында танылған, абруй ҡаҙанған шәхестәр, әҙиптең тыуған яғы – Көйөргәҙе районындағы уның исемен йөрөткән гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары, башҡа яҡташтары, балалары, туғандары ҡатнашты. Рәшит Ғимран улы 20-нән ашыу китап ижад итеп ҡалдырған. Уның әҫәрҙәре рус, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Үҙ заманының иң уҡымлы, башҡорт прозаһының үҫешенә тос өлөш индергән яҙыусыларҙың береһе ул. Милли китапханалағы сарала арҙаҡлы ғалим-әҙәбиәтсе Ғиниәтулла Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары Әмир Әминев, Таңсулпан Ғарипова, халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Лариса Абдуллина, шулай уҡ күренекле ижад оҫталары Әхмәр
Оглавление
    Донъяны, кешеләрҙе яратҡан әҙип ине
Донъяны, кешеләрҙе яратҡан әҙип ине

Донъяны, кешеләрҙе яратҡан әҙип ине

Рәшит Солтангәрәевтең тыуыуына – 90 йыл

Декабрҙә күренекле башҡорт прозаигы, публицист, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Рәшит Солтангәрәевтең тыуыуына 90 йыл тулды. Ошо айҡанлы, Өфөлә Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала яҙыусының тормошо һәм ижадына арналған түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Унда башҡорт рухиәте донъяһында танылған, абруй ҡаҙанған шәхестәр, әҙиптең тыуған яғы – Көйөргәҙе районындағы уның исемен йөрөткән гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары, башҡа яҡташтары, балалары, туғандары ҡатнашты.

Рәшит Ғимран улы 20-нән ашыу китап ижад итеп ҡалдырған. Уның әҫәрҙәре рус, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Үҙ заманының иң уҡымлы, башҡорт прозаһының үҫешенә тос өлөш индергән яҙыусыларҙың береһе ул.

Милли китапханалағы сарала арҙаҡлы ғалим-әҙәбиәтсе Ғиниәтулла Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары Әмир Әминев, Таңсулпан Ғарипова, халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Лариса Абдуллина, шулай уҡ күренекле ижад оҫталары Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай, Сәрүәр Сурина, Миңлегөл Хисамова һәм башҡалар ҡатнашты. Осрашыуҙы телсе-ғалим Юлай Псәнчин йәнле итеп алып барҙы.

Түңәрәк өҫтәлдә фекер алышыусылар Рәшит Ғимран улы тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Бында йыйылыусыларҙың һәр ҡайһыһының ғүмер юлы ҡайһылыр мәлдә күренекле яҙыусы менән киҫешкән, ҡайһылары менән ҡәләмдәштәргә, остазға әйләнеп киткән. Сығыш яһаусылар яҙыусының ижади оҫталығы, үҙенсәлектәре тураһында фекер йөрөттө, уның әҫәрҙәренең уҡымлы булыуы серҙәрен асты, тормошто, кешеләрҙе яратҡанын, бының ул яҙған хикәйәләрҙә яҡшы күренгәнен айырып билдәләне.

Рәшит Ғимран улы бик йор һүҙле кеше булған, был уның әҫәрҙәрендә лә сағылыш таба, яҙыусының ҡайһы бер фразалары хатта ҡанатлы һүҙгә, лаҡапҡа әйләнеп киткән.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғариповның хәтирәләре айырыуса ҡыҙыҡлы ине. Уның “Бөйрәкәй” пенталогияһын ижад итеүенә лә, баҡтиһәң, Рәшит Ғимран улы сәбәпсе! Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы был әҫәрен башта повесть итеп яҙа, һәм ул “Ағиҙел” журналында донъя күрә. Рәшит Солтангәрәев талантлы яҙыусының ижади мөмкинлектәрен күҙаллай, күрәһең, шуға ла журналда Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы баҫыла башлары тураһында анонс (алдан иғлан итеү – авт.) бирә. Ошо юл менән ул әҙибәне киң күләмле әҫәр ижад итергә тотоноуға этәрә. Был хаҡта Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы айырым бер йылылыҡ менән хәтергә алды. Рәшит Солтангәрәевтең ижады тураһында халыҡ яҙыусыһы:

– Рәшит ағай, ысынлап та, кеше донъяһын яратты. Шул ҡатмарлы донъяны ул ҙур булмаған хикәйәләре аша бирә алды, сөнки ул характерҙар тыуҙырҙы, – тине. – Бындайҙы ысын талант ҡына булдыра ала. Ижадының тағы ла бер үҙенсәлекле яғы – халыҡсанлыҡ, тормошсанлыҡ. Ул да яҙыусының әҫәрҙәрендә тыуҙырған характерҙар аша сағылыш таба. Бына ошо сифаттар уны ҡабатланмаҫ яҙыу оҫталығына эйә ижадсы итә.

Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының фекере менән ризалашып, һәр заман үҙ яҙыусыһын булдыра, тип билдәләне. “Бер нимә лә буш ерҙә барлыҡҡа килмәй, һәр нәмәнең нигеҙе була. Шул нигеҙҙҙәрҙе файҙалана, традицияларҙы дауам итә белеү ҙә кәрәк”, – тине ул. Рәшит Солтангәрәев ише һүҙ оҫтаһының да ижад традицияларын дауам итеүселәр булһын, тигән теләк белдерҙе.

Яҡташтары ла яҙыусыны онотмай, уны ҙур ихтирам менән хәтергә ала, ғорурлана, уның тураһында иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай. Өфөлә үткән түңәрәк өҫтәлгә алыҫ араны яҡын итеп килеп еткән көйөргәҙеләр осрашыуға айырым бер йылылыҡ, ихласлыҡ өҫтәне.

Кисә ысын-ысындан йәнле аралашыу, фекер алышыу, башҡорт әҙәбиәтенең күркәм вәкиле, ҙур талант оҫтаһы Рәшит Солтангәрәевтең ижады, шәхес булараҡ та күркәм сифаттары менән һоҡланыу, рухын шат ҡылып һағынып иҫкә алыу урыны булды. Осрашыу аҙағында әҙиптең балалары – Гөлнара Рәшит ҡыҙы һәм Урал Рәшит улы һөйөклө аталарын иҫкә алырға килгән бар ҡатнашыусыларға йөрәктән сыҡҡан ихлас рәхмәттәрен еткерҙе, әле лә уны бөгөн генә осрашҡан кеүек сағыу итеп хәтерендә һаҡлаған, хөрмәт менән ҡараған заттар барлығына ҡыуаныс белдерҙе. Сараға килеүселәр иһә әҙиптең балаларына талантлы һүҙ оҫтаһы тураһында оноттормаған, уның иҫтәлегенә арнап осрашыуҙар үткәреп торған өсөн рәхмәт әйтте.

Ниндәйҙер уртаҡ бер тулҡынға көйләнеп, яҡшы кәйефкә төрөнөп таралышты ҡунаҡтар. Күрәһең, яҡты донъяны, кешеләрҙе яратҡан һәм ошо тойғоно әҫәрҙәренә һалып ҡалдырған Рәшит Ғимран улының шаян булмышын туплаған рухы ла быға йоғонто яһамай ҡалмағандыр...

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Фото: БР Милли китапханаһынан

әҙерләне.