Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Район гәзите халыҡтың мәсьәләләрен хәл итә

Журналистика тармағындағы “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” конкурсы быйыл үткән йылдағы менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек күберәк ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Башҡортостан Башлығы премияһы өсөн быйыл 159 эш тәҡдим ителде. Төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе төбәк етәксеһе Радий Хәбиров тәбрикләне. Улар араһында "Дөрөҫлөк" номинацияһында еңеүсе “Туймазинский вестник” гәзитенең яуаплы секретары Алексей Шильников та бар. Уның мәҡәләләре киҫкен һорауҙарҙы күтәрә, хәл итеү юлдарын аса алыуы менән үҙенсәлекле. – Журналистар араһында ошондай ҙур конкурс уҙғарылыуы бик яҡшы. Был тағы ла дәртләнеберәк эштәргә көс-ҡеүәт бирә. Үҙемдең мәҡәләләремдә халыҡты борсоған проблемалары яҡтырттым. Мәҫәлән, тәүге осраҡта гәзит уҡыусыбыҙ йәшәгән йорто эргәһендә 12 ҡатлы бейек йорт төҙөләсәгенә, эргәһендә балалар өсөн уйын майҙансығы, автомобилдәр туҡталҡаһы өсөн урын ҡалмаясағына борсолоу белдерҙе. Беҙ уның һорауын ҡәнәғәтләндерә алдыҡ. Төҙөүсе предприятие 6 ҡатлы торлаҡ йорт төҙөргә ҡарар итте. Икен
Оглавление
    Район гәзите халыҡтың мәсьәләләрен хәл итә
Район гәзите халыҡтың мәсьәләләрен хәл итә

Район гәзите халыҡтың мәсьәләләрен хәл итә

Конкурс еңеүсеһе ошо турала белдерҙе.

Журналистика тармағындағы “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” конкурсы быйыл үткән йылдағы менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек күберәк ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Башҡортостан Башлығы премияһы өсөн быйыл 159 эш тәҡдим ителде. Төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе төбәк етәксеһе Радий Хәбиров тәбрикләне.

Улар араһында "Дөрөҫлөк" номинацияһында еңеүсе “Туймазинский вестник” гәзитенең яуаплы секретары Алексей Шильников та бар. Уның мәҡәләләре киҫкен һорауҙарҙы күтәрә, хәл итеү юлдарын аса алыуы менән үҙенсәлекле.

– Журналистар араһында ошондай ҙур конкурс уҙғарылыуы бик яҡшы. Был тағы ла дәртләнеберәк эштәргә көс-ҡеүәт бирә. Үҙемдең мәҡәләләремдә халыҡты борсоған проблемалары яҡтырттым. Мәҫәлән, тәүге осраҡта гәзит уҡыусыбыҙ йәшәгән йорто эргәһендә 12 ҡатлы бейек йорт төҙөләсәгенә, эргәһендә балалар өсөн уйын майҙансығы, автомобилдәр туҡталҡаһы өсөн урын ҡалмаясағына борсолоу белдерҙе. Беҙ уның һорауын ҡәнәғәтләндерә алдыҡ. Төҙөүсе предприятие 6 ҡатлы торлаҡ йорт төҙөргә ҡарар итте.

Икенсе осраҡта халыҡ һауалағы еҫкә ҡәнәғәтһеҙлек белдереп мөрәжәғәт итте. Был проблеманы ла асыҡлай алдыҡ. Был хәл урындағы ҡошсолоҡ фабрикаһының ҡалдыҡтарҙы баҫыуға түгеүе менән бәйле булып сыҡты. Надзор органдары, власть вәкилдәре, ҡошсолоҡ фабрикаһы етәкселеге йыйылып, проблеманы хәл итеү юлын тапты. Яҡынса 1,5 айға һуҙылған мәсьәлә ике аҙна эсендә ыңғай хәл ителде.

Халыҡты борсоған проблемаларҙы күтәреп, хәл итеүгә өлгәшеү күңелдә эшебеҙҙең һөҙөмтәһе өсөн ыңғай тәьҫораттар уята. Халыҡ гәзиттең төрлө проблемаларҙы хәл итеү көсөнә ышана, гәзиткә хөрмәт менән ҡарай. Был беҙҙең эшкә дәрт өҫтәй, – тине Алексей Шильников.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.