Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостанға етеүсе юҡ

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев Башҡортостан Журналистар союзының эшенә ифрат юғары баһа биргән. Әйткәндәй, Владимир Геннадьевич Өфөлә "Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы" республика йәмәғәт ойошмаһының XXIV съезында ҡатнашҡайны. – Илебеҙҙәге шикелле, беҙҙә лә 89 бүлексә бар, – тип фекерен белдерҙе Владимир Соловьев. – Шулар араһында һәр ваҡыт тәүге егермене билдәләйбеҙ. Башҡортостан Журналистар союзы иһә һәр ваҡыт тәүге егерме исемлегенә инә, ул иң алдынғы позицияла. Был - бик яҡшы күрһәткес. Беҙ һәр ваҡыт улар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Владимир Геннадьевич билдәләүенсә, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов - яҡшы етәксе, ә Башҡортостандағы бүлексә илдәге иң ҙуры. Съезда, киң мәғлүмәт сараларына дөрөҫ ҡараш булдырғаны өсөн, Владимир Соловьев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа оло рәхмәтен еткерҙе. – Башҡортостан медиатармағы иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә, унда үҙ эшенең оҫталары эшләй, – тине Владимир Соловьев. – Дәүләт ҡарамағындағы киң мәғл
Оглавление
    Башҡортостанға етеүсе юҡ
Башҡортостанға етеүсе юҡ

Башҡортостанға етеүсе юҡ

Владимир Соловьев республика медиатармағына юғары баһа бирҙе.

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев Башҡортостан Журналистар союзының эшенә ифрат юғары баһа биргән. Әйткәндәй, Владимир Геннадьевич Өфөлә "Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы" республика йәмәғәт ойошмаһының XXIV съезында ҡатнашҡайны.

– Илебеҙҙәге шикелле, беҙҙә лә 89 бүлексә бар, – тип фекерен белдерҙе Владимир Соловьев. – Шулар араһында һәр ваҡыт тәүге егермене билдәләйбеҙ. Башҡортостан Журналистар союзы иһә һәр ваҡыт тәүге егерме исемлегенә инә, ул иң алдынғы позицияла. Был - бик яҡшы күрһәткес. Беҙ һәр ваҡыт улар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ.

Владимир Геннадьевич билдәләүенсә, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов - яҡшы етәксе, ә Башҡортостандағы бүлексә илдәге иң ҙуры.

Съезда, киң мәғлүмәт сараларына дөрөҫ ҡараш булдырғаны өсөн, Владимир Соловьев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа оло рәхмәтен еткерҙе.

– Башҡортостан медиатармағы иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә, унда үҙ эшенең оҫталары эшләй, – тине Владимир Соловьев. – Дәүләт ҡарамағындағы киң мәғлүмәт сараларында 2,5 меңдән ашыу кеше тир түгә. Республикабыҙҙа теле-, радио каналдары уңышлы эшләй, муниципаль студияларҙың эше маҡтауға лайыҡ. Башҡортостанда алты телдә 146 гәзит-журнал нәшер ителә.

Фото: Башинформ.