Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

МХО яугирына музей асылды

Бөгөн Кейекбай ауылында махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған гвардия сержанты, "Ҡаһарманлыҡ" һәм генерал Шайморатов ордендары кавалеры Ҡарабаев Айрат Шәкир улы иҫтәлегенә музей асылды. Тантаналы сарала ошо музейҙы асыуға күп көс һалған батырҙың ата-әсәһе, туғандары, уҡыусылар, ауыл халҡы ҡатнашты. Музейҙа Айрат Ҡарабаевтың шәхси әйберҙәре, хәрби кейемдәре, документтары һәм уның менән бәйле башҡа әйберҙәр ҡуйылған. Унан башҡа музей өсөн ауыл халҡы ла төрлө боронғо әйберҙәр тапшырған. Музейҙы асыу сараһында ла Хәҙисә Исламова йыйған экспонаттарын, Ғәҙелгәрәйҙән МХО яугиры Азат Сәғитов үҙенең яуҙағы әйберҙәрен, ғүмерен ҡотҡарған бәйләнеш ҡоролмаһы батарейкаһын музейға тапшырҙы. Хәрби-тарихи музей киләсәк быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә, боронғолоҡто онотмаҫҡа мөмкинлек бирер, тип ышана кейекбайҙар. Фотолар альбомда vk.com/album-13580677_30841...

МХО яугирына музей асылды

Бөгөн Кейекбай ауылында махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған гвардия сержанты, "Ҡаһарманлыҡ" һәм генерал Шайморатов ордендары кавалеры Ҡарабаев Айрат Шәкир улы иҫтәлегенә музей асылды.

Тантаналы сарала ошо музейҙы асыуға күп көс һалған батырҙың ата-әсәһе, туғандары, уҡыусылар, ауыл халҡы ҡатнашты.

Музейҙа Айрат Ҡарабаевтың шәхси әйберҙәре, хәрби кейемдәре, документтары һәм уның менән бәйле башҡа әйберҙәр ҡуйылған.

Унан башҡа музей өсөн ауыл халҡы ла төрлө боронғо әйберҙәр тапшырған. Музейҙы асыу сараһында ла Хәҙисә Исламова йыйған экспонаттарын, Ғәҙелгәрәйҙән МХО яугиры Азат Сәғитов үҙенең яуҙағы әйберҙәрен, ғүмерен ҡотҡарған бәйләнеш ҡоролмаһы батарейкаһын музейға тапшырҙы.

Хәрби-тарихи музей киләсәк быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә, боронғолоҡто онотмаҫҡа мөмкинлек бирер, тип ышана кейекбайҙар.

Фотолар альбомда vk.com/album-13580677_30841...