▶️ Рәсәй Президенты В. Путин Указына ярашлы, 2026-сы йыл илдә "Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы" тип иғлан ителә. Тотош йылды бер йүнәлешкә арнау – йәмғиәтте консолидациялау. Эксперттар әйтеүенсә, граждандарҙы бөгөн уртаҡ мәсьәләләр бергә тупларға тейеш. “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙналағы, башҡорт телендәге сығарылышы ла "Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы"на арналды. Башҡортостандың халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Рифат Биҡҡолов әйтеүенсә, республика йәмәғәтселеге өсөн "берҙәмлек" төшөнсәһе сит түгел. Субьектта төрлө милләттәрҙең үҙ мәҙәни үҙәктәре бар. Тиҙҙән уларҙың һаны тағы арта. Башҡортостанда йәшәгән ғәрәп илдәре граждандары, сиғандар ҙа мәҙәни үҙәктәр булдырыу тәҡдимен еткергән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов һүҙҙәренә ҡарағанда, "Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы" коллектив көнбайыш илдәренә рәсми яуап та булып тора. "Өфө ваҡыты" тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем, көн һайын, 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-3
Өфө ваҡыты - 18.12.2025 Башҡортостан – Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге өлгөһө
СегодняСегодня
1 мин